Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
28 Октябрь 2020, 18:05

"Тамсылар" ҡуйҙы әкиәт

Борон-борон заманда йәшәгән, ти... Ошо һүҙҙәрҙе ишетеү менән бала сағыбыҙға әйләнеп ҡайтҡандай булаһың. Шулай булмай, мауыҡтырғыс та, ҡыҙыҡ та әкиәттәрҙе кем генә тыңлап үҫмәгән дә, кем генә серле илдә гиҙмәгән икән?! Ошо көндәрҙә Сибайҙағы “Әкиәт” балалар баҡсаһының “Тамсылар” төркөмөндә үткән көҙгө бал сараһы ла ошо юҫыҡҡа ҡоролғайны.

“Тамсылар” ҡуйҙы әкиәт

Өс йәшлек кескәйҙәр “Шалҡан” әкиәте буйынса үҙҙәрен төрлө ролдәрҙә һынаны. Ҡайһылары тәүге тапҡыр ҡатнашһа ла юғалып ҡалманы. Тормошҡа юл ана шунан башлана. Әле тартынып торған балалар тора-бара шымарып та, ҡыйыуланып та китер әле. Әлеге сарала улар әкиәт ҡуйыуҙан тыш, йырҙар ҙа башҡарҙы, шиғырҙар ҙа һөйләне. Хатта, үҙ-ара ярышып та алдылар.
Әйткәндәй, “Әкиәт” балалар баҡсаһында малай-ҡыҙҙарҙы шәхес булараҡ үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Уларҙың һәләттәрен асыу йәһәтенән дә эштәр яҡшы ҡуйылған. Тәрбиәләнеүселәрҙең төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңеү яулауҙары ла ошо хаҡта һөйләй.
Бына шулай, “Тамсылар”ҙың көҙгө балы яҡшы ғына үтеп китте. Сараны ойошторған тәрбиәсебеҙ Рәсимә Хәдәрис ҡыҙы Иҫәнбаеваға, тәрбиәсе ярҙамсыһы Ләйсән Нәҡип ҡыҙы Иҫәноваға, музыка етәксеһе Гөлйемеш Әбделғафар ҡыҙы Биктимероваға ата-әсәләр исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Данил Әбделғазин.