Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
26 Сентябрь 2020, 12:00

Ҡурсаҡтар башҡортса һөйләшә

Ғафури районында башҡорт теле уҡытыусыларының төбәк-ара форумында Сибай ҡалаһынан 7-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Әмир ҡыҙы Ибраһимова, "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Разия Ғәйзулла ҡыҙы Илбахтина, Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Гөлфирә Рафаэль ҡыҙы Ғәниева ҡатнашты.Педагогтарҙан тыш сарала Сибай ҡалаһының Халыҡ ижады һәм ял үҙәге режиссеры Лилиә Әҙелбаева башҡорт телендә һөйләшкән ҡурсаҡтар, «ТӘҮГЕ БЕЛЕМ » тип аталған балалар өсөн башҡорт телендә планшет һәм «Минең яратҡан смартфон » башҡорт телле музыкаль уйынсыҡтар күргәҙмәһен тәҡдим итте.

Ғафури районында башҡорт теле уҡытыусыларының төбәк-ара форумы тамамланды. Мәртәбәле сарала 13 майҙансыҡта оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Дистанцион уҡытыу, уҡытыуҙы цифрлаштырыу, мәктәп телевидениеһы, театры, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу, төрлө гранттарға документтар йыйыу һәм башҡа темалар буйынса фекер алышыуҙар, БДУ, Аҡмулла исемендәге БГПУ-ның айырым майҙансыҡтары эшләне.
Сибай ҡалаһынан форумда 7-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Әмир ҡыҙы Ибраһимова, "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Разия Ғәйзулла ҡыҙы Илбахтина, Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Гөлфирә Рафаэль ҡыҙы Ғәниева ҡатнашты.
Педагогтарҙан тыш сарала Сибай ҡалаһының Халыҡ ижады һәм ял үҙәге режиссеры Лилиә Әҙелбаева башҡорт телендә һөйләшкән ҡурсаҡтар, «ТӘҮГЕ БЕЛЕМ » тип аталған балалар өсөн башҡорт телендә планшет һәм «Минең яратҡан смартфон » башҡорт телле музыкаль уйынсыҡтар күргәҙмәһен тәҡдим итте.