Саҙаҡа биреүҙә ун төрлө изгелек барҙыр. Бишеһе - донъяла, бишеһе әхирәттә булыр.
Донъяла булған бише: саҙаҡа малды пак (таҙа) итер; кешене гонаһтан пак итер; бәләләрҙе һәм ауырыуҙарҙы ҡыуыр; саҙаҡа биреү менән бер мосолмандың күңелен шатландырһа, ғәмәлдәренең артығырағы булыр, был саҙаҡа мосолмандарҙың күңеленә шатлыҡ һалалыр; саҙаҡа бирелгән мал бәрәкәтле булыр, саҙаҡа биргән кешенең ризығы киң булыр.
Әхирәттә булған бише: саҙаҡа ҡиәмәт көнөндә тамуҡ утына күләгә булыр, саҙаҡа биргән кеше ҡиәмәт эҫелеген күрмәҫ; саҙаҡа биргән кешенең ҡиәмәттә хисабы еңел булыр; саҙаҡа биргән кешенең изгелеге яуызлыҡҡа ҡарағанда мизанда ауыр килер; саҙаҡа биргән кеше ғазаптан ҡотолор; саҙаҡа биргән кешенең ожмахта дәрәжәһе артыҡ булыр.
Саҙаҡа биреүҙә, хәйер-доға алыуҙа Аллаһ Тәғәләнең ризалығы булыр, шайтанға ҡаршылыҡ ҡылыу булыр.
Интернеттағы бер төркөмдә түбәндәге саҙаҡа биреү алымдарын тәҡдим итәләр:
Ултырғыс һатып ал да уны мәсеткә бир. Унда ултырып, изгелек теләгәндең өлөшө һиңә лә тейер. Тышҡа тәҙрә янына һыу менән һауыт ултырт. Унан ҡоштар һыу эскән һайын, һиңә сауап булыр. Бүлмәңә берәй һауыт ултырт та насар ҡылыҡ эшләгән һайын шунда аҡса һал, аҙаҡ был аҡсаны хәйер итеп бир. Берәй аят яҙып ишегең янына эл. Ингән бер кеше уны уҡыһа, һиңә доға ҡылыныр. Ҡөръән һатып ал да мәсеткә бүләк ит. Был изге китапты кем генә уҡыһа ла һиңә изгелеге төшөр. Хәсрәтле мосолманды йылмайтырлыҡ изгелек ҡыл.