АТАЙСАЛ
-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
25 Август 2020, 20:00

Ҡәйнә булырға ҡурҡам

--Минең килен инде бөтөнләй аждаһа. Ейәнсәремде күрә лә алмайым. Минең килеремде белһә, ире эшкә киткәс тә балаларын машинаһына ултыртып, ишеккә йоҙаҡ, ҡапҡаға бик һала ла үҙенең фатирына сығып ҡаса. Мин көнө буйы улымдың йортона инә алмай, ул эштән ҡайтҡасы урамда йөрөйөм. Ярай күршеләре һәйбәт, шулар һыйындыра ҡай саҡ.Ҡатындың улы ла әсәһенең хәбәрен һөйләй. Миңә ҡартәсәй тиеү ҡайҙа ул, исемем менән өндәшә, әсәһенә юҡ-барҙы ошаҡлай етмәһә. Бер мәл килеремде алдан белгертмәй бара башланым. Киленем ярһый, тиреһенә һыймай. Һыпырып эшен эшләйем, баҡсаһын утайым. “Здесь вы не хозяйка, ничего не трогайте,--ти. Нисек инде не хозяйка, нигеҙенән ошо йортто һалыштым. Ҙур ҡалала эшләп аҡса табып, улыма ебәреп торҙом, ул кеше яллап эшләтте.

Автобустан төшкәндә бер йәш ҡатын икенсеһенә: “Кис кил, ҡәйнәне һөйләрбеҙ”,--тип төшөп ҡалыуын ишеткәс, минең баштан: “Ҡәйнәне нимә тип һөйләргә була икән? Минең бейемем (хәйбуллалар ҡәйнәне шулай ти) һүҙ тейҙерерлек булманы. Килһә етмәгән ерҙе еткереп, хатта иҙәнемә тиклем йыуып ҡайтып китә торғайны”,--тигән уй үтте.
Кәрәк ергә барып етеп, сиратта ултырһам, эргәләге ике ҡатын (ҡәйнәләрҙер инде) килендәрен һөйләй. Һәр ваҡыттағыса, килендәр ҡәйнәне, ҡәйнәләр килендәрҙе яманлай инде...
Тыңламайым тиһәм дә, ҡолаҡ булғас ишетеһәең бит инде. Аңлауымса, әхирәттәрҙең икеһенең дә улдары балалы ҡатын алған.
--Егет көйөнсә барып ҡапты шул ирһеҙ бала тапҡан бисураға. “Прицебы” менән алғанға рәхмәт әйтмәй, саҡ ҡына һүҙгә килешһәләр, ҡыуа ла ҡайтара. Ай буйы миндә йөрөй ҙә аҡса алған көндө юҡ була. Тегенеһе шул көндәрҙә, йәғни аҡсаһы булғанда уны ярата. Эш хаҡы оҙаҡҡа етмәй, тағы айырылышалар,улым тағы беҙҙә йәшәй,--тип һөйләй беренсе ҡатын. –Ҡатындың улын ейәнем тип ҡабул иттек. Беҙгә килен булмаҫ борон баланы гел өйөндә тиерлек бикләп тотҡан. Быны үҫеше буйынса тойомланым. Баланы унда-бында йөрөтәм, бүләктәр алам, үҙемсә тәрбиәләйем. Ирешһәләр, шул баланы миңә ебәрмәй. “Вы его больше не увидите!”—тип миңә хатта ультиматум ҡуя. “Балаңды кеше араһына алып сыҡҡанға рәхмәт әйт әле. Өйҙә ултырып зарығып киткән, кешенән ҡурҡа ине”,--тип миндә бирешмәйем. Уның балаһы өсөн өҙөлөп торғанда уны баҡтырыу яйын күрмәй, арҡыры һөйләүенә йәнем көйә.
Бер көн ейәнемдән: “Әсәйең бәпес аламы әллә?”—тип һораным, килендең кәүҙәһе таҙарып киткән һымаҡ күренгәс.
--Нет, ты что, бабуля, когда ваш сын будет себя хорошо вести, тогда только может подумает,—ти.
--Минең улым насар ҙа, һинең әсәйең яҡшы, имеш. Ул да тәмәке тарта, --тинем йәнем көйөм.-- Шулай булғас нишләп минең насар улыма кейәүгә сыҡҡан һуң?
--Фамилиябыҙ ҡурҡыныс яңғырашлы ине бит, шуны алмаштырыр өсөн,--тимәһенме!?
Шул ваҡытта беренсе ханымды икенсеһе бүлдерҙе.
--Минең килен инде бөтөнләй аждаһа. Ейәнсәремде күрә лә алмайым. Минең килеремде белһә, ире эшкә киткәс тә балаларын машинаһына ултыртып, ишеккә йоҙаҡ, ҡапҡаға бик һала ла үҙенең фатирына сығып ҡаса. Мин көнө буйы улымдың йортона инә алмай, ул эштән ҡайтҡасы урамда йөрөйөм. Ярай күршеләре һәйбәт, шулар һыйындыра ҡай саҡ.Ҡатындың улы ла әсәһенең хәбәрен һөйләй. Миңә ҡартәсәй тиеү ҡайҙа ул, исемем менән өндәшә, әсәһенә юҡ-барҙы ошаҡлай етмәһә. Бер мәл килеремде алдан белгертмәй бара башланым. Киленем ярһый, тиреһенә һыймай. Һыпырып эшен эшләйем, баҡсаһын утайым. “Здесь вы не хозяйка, ничего не трогайте,--ти. Нисек инде не хозяйка, нигеҙенән ошо йортто һалыштым. Ҙур ҡалала эшләп аҡса табып, улыма ебәреп торҙом, ул кеше яллап эшләтте.
--Һинең дә улың бар, тормош -- ҡуласа, минең көнгә төшмәҫмен тимә,-- тиһәм,-- Улым өйләнһә тупһаһына ла баҫмаясаҡмын. Йәштәр үҙенсә йәшәһен, ҡыҫылырға ярамай,--ти.
Ярар, ғүмер оҙаҡ булһа, йыл йыраҡ, күрербеҙ ул көндәрҙе лә.
Индермәһен дә ти мине, ул бит баламды ашатмай. Йәнәһе лә һимерә, киске сәғәт 18.00 сәғәттән һуң ашарға ярамай имеш, ату ҡорһағы сыға. Улымдың эше ҡатмарлы, көнө-төнө кеше сәләмәтлеге һағында тора. Эшкә ашарға һалып ебәрмәй, өйҙә ашатмай, ул бит ир кеше, ашамағас хәле лә юҡтыр инде...
Яңыраҡ улым: “Әсәй, киленең йортто, уның фатирын һатып элиталы ҡасабанан коттедж алайыҡ,ти. Былай яҡшы идея”,--тимәһенме.
--Бышың булһа, был аҙымға барма. Мин әле нисек һинең йортоңа инә алмай интегәм, бер көн һинең дә шул хәлгә төшөүең ихтимал. Беҙҙә ундай кеше йәшәмәй, берәүҙе лә индермәгеҙ, тип кенә ебәрәсәк ул бисә йортто һаҡлаған хеҙмәткәрҙәргә. Шуны теләйһеңме? Теләһәң, әйҙә ризалаш...
Бына шундай заманала йәшәйбеҙ. Килендәрҙең ҡәйнәләрен һөйләгәнен ишетмәнем, ә бына ҡәйнәләрҙең зары һағайтты. Минең дә ике улым бар. Ҡәйнә булырға ҡурҡыта әле ул...