Иң сауаплыһы алты көн дауамында өҙмәй тотоу хәйерле тип, әйтелә. Көн аша, йәки ике-өс көн аша ла тоторға була.
Йәғни Рамаҙан айында ниндәйҙер сәбәп менән (ауырыу, юл һәм башҡа) ҡалдырған икәнегеҙ, шул көндәр өсөн Шәүүәлдә тотоп ҡуйырға кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм: «Бер кеше Рамаҙан айында ураҙа тотоп, Шәүүәл айында алты көн ураҙа тотһа, ожмахҡа инер», — тигән.