Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
21 Май 2020, 20:15

Тел асҡысы

--Ҡана юлына аҡсаны үҙем түләйем. Яҡшы ай, яҡшы көндә 25 һум да булдымы аҡса,--тинем.--Мин унан аҡса һорамайым, сир ҡоторған мәлдә тапҡан ваҡыт автобуста йөрөргә, битлеге лә, бирсәткәһе лә юҡ!—кондуктор һаман тегегә бәйләнә.Водитель дә уның һүҙҙәрен ҡеүәтләп:-- Өйҙә генә ултырмай!—тип екерҙе.

Йәмәғәт транспортында һирәк йөрөйөм. Шулай ҙа автобуста йөрөһәң, күп кенә яңылыҡтар ишетәһең, урындағы халыҡтың йәшәү һулышын тояһың. Һуңғы туҡталыштан ултырғанлыҡтан, автобус буп-буш тиһәм, эскәмйәгә һырылып ҡына бер ҡатын ултыра икән. Кондуктор уның янына барҙы ла, ҡатыраҡ хәбәр ҡушты. Тегенеһе ниҙер мығырлай, ниндәйҙер сәйер өндәр сығара. Зарураттан яҡшылап ҡараным: әй, был ҡаланың сауҙа үҙәктәренең береһе алдында хәйер һорашып ултырған бисараҡай ҙа баһа!
--Ҡана юлына аҡсаны үҙем түләйем. Яҡшы ай, яҡшы көндә 25 һум да булдымы аҡса,--тинем.
--Мин унан аҡса һорамайым, сир ҡоторған мәлдә тапҡан ваҡыт автобуста йөрөргә, битлеге лә, бирсәткәһе лә юҡ!—кондуктор һаман тегегә бәйләнә.
Водитель дә уның һүҙҙәрен ҡеүәтләп:
-- Өйҙә генә ултырмай!—тип екерҙе.
Аҡылға бер төрлөрәк ҡатын да бирешергә теләмәй, танау аҫтынан мөңгөрләй-мөңгөрләй был икәүҙе үҙенсә әрләй. Бер мәл ап-асыҡ итеп һүгенмәһенме!? Был һүҙгә өсөбөҙ ҙә аптыраныҡ! Юҡ, ғүмерҙә лә ул һүҙҙе ишетмәгәнгә түгел, телһеҙҙең һүҙҙе асыҡ әйтеүенә аптыраныҡ. Быға ҡәҙәр беребеҙ ҙә уның бер һүҙен дә аңламаныҡ та баһа!
--Бушҡа ғына һүгенеүҙе тел асҡысы тимәйҙәрҙер. Балаларҙы ла теле тиҙерәк асылһын тип һүгендертә бит өлкәндәр,--тигән булды водитель.
Битәрләнеп ултырыуы шул тиклем үҙәгенә үттеме, әллә шул мәлдә теле асылдымы, бисараҡайҙың билдәһеҙ. Һәр хәлдә кондуктор ҙа башҡа уға һүҙ ҡушманы, водитель рулен бора бирҙе, хатта билет тикшерергә ингән контролер ҙа меҫкенкәйгә иғтибар итмәне.
Телең түгел, күңелең йырылып китер бынау үҙҡамаланыуҙа айҙар буйы ултырғандан һуң...
Читайте нас: