Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
17 Май 2020, 22:35

Ҡәҙер кисе мең айҙан хәйерлерәк

Ҡәҙер кисен нисек үткәрергә? Ҡәҙер кисенең сауабына өлгәшеү өсөн тәуарих, тәһүжжүд намаҙҙары, әҙ булһа ла Ҡөрьән уҡып йә мәғәнәһен өйрәнеп, тәсбих әйтеп, доға ҡылып үткәреү фарыз. Доғаны күберәк ҡылыу кәрәк, сөнки был төндә тәҡдир–яҙмыш яҙыла. Иман, тәүфиҡ, ғүмер, сәләмәтлек, тыныслыҡ, бәрәкәт, ризыҡ, бәхет һорап доға ҡылыу кәрәк.

Ҡәҙер кисе Рамаҙан айының аҙаҡҡы ун төнөнөң береһендә була, бигерәк тә таҡ һанлы төнөндә һағаларға ҡушҡан Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм. Аллаһы Тәғәлә: “Ҡәҙер кисе мең айҙан хәйерлерәк, яҡшыраҡ”,—тип Әл-Ҡадр сүрәһендә әйтә. Йәғни, ошо бер төн эсендә ҡылынған ғибәҙәт мең ай (83 йыл да 4 ай) буйы тырышып ҡылған ғибәҙәттән сауаплыраҡ. Был–Аллаһы Тәғәлә беҙгә бүләк итеп биргән бик ҙур форсат һәм ниғмәт.
Ҡәҙер кисен нисек үткәрергә? Ҡәҙер кисенең сауабына өлгәшеү өсөн тәрәүих, тәһәжжүд намаҙҙары, әҙ булһа ла Ҡөрьән уҡып йә мәғәнәһен өйрәнеп, тәсбих әйтеп, доға ҡылып үткәреү фарыз. Доғаны күберәк ҡылыу кәрәк, сөнки был төндә тәҡдир–яҙмыш яҙыла. Иман, тәүфиҡ, ғүмер, сәләмәтлек, тыныслыҡ, бәрәкәт, ризыҡ, бәхет һорап доға ҡылыу кәрәк.
Рамаҙан айының һаналған ғына көндәре ҡалды, инде изге ғәмәлдәр ҡылырға, мохтаждарға ярҙам итергә, сауаплы эштәр эшләргә, Аллаһтан ғәфү үтенергә ашығығыҙ!
Аллаһы Тәғәлә беҙгә Ҡәҙер кисенә ирешергә насип итһен, доғаларыбыҙҙы, изгелектәребеҙҙе ҡабул итһен.

Һүрәт һәм мәғлүмәт интернеттан.

Читайте нас: