Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
29 Апрель 2020, 12:30

Атай нигеҙенә тоғро

Тыуған ерҙәрен ташламай, ғүмерҙәре буйы атай нигеҙен һаҡлап йәшәгән Сәфәрғәлиндарҙың йәшәйәше күптәргә үрнәк. Замир ағайҙың атаһы Зиннур Сәфәрғәлин Бөйөк Ватан һуғышын баштан аҙағынаса үткән яугир булған. Шәп урмансының исеме лә мәңгелештәрелгән: халыҡ телендә Зиннур урманы тип аталған ер ҙә бар.--Шундай затлы ерҙе нисек ташлап китмәк кәрәк! Юҡ, тыуған еребеҙ—алтын бишек. Бына бит балаларыбыҙ бында ҡаланан атлығып килә, тимәк, уларҙа ватансылыҡ тойғоһо бар, шуныһы ҡиммәт,--тип ҡыуана Сәфәрғәлиндар.

Баймаҡ районының иң төпкөлөндә ятҡан Ишей ауылы ишле, өлгөлө ғаиләләре менән дан тота. Шуларҙың береһе—Замир Зиннур улы һәм Лилиә Әҙеһәм ҡыҙы Сәфәрғәлиндар донъя йөгөн 40 йылдан ашыу ваҡыт бергә тарта. Был төбәктең бөтә кешеләренең яҙмышы урманға бәйле тиһәң дә бер ҙә хата булмаҫ. Атайҙары малайҙарҙын иҫ белгәндән үҙе менән урманға ҡуша алып йөрөгән һәм хеҙмәткә өйрәткән. Шуға ла егеттәр ир ҡорона ингәс, ғаиләмде нисек аҫрайым, ҡайҙа йәшәтәм тип баш ватмаған: урманды эшкәртеп мал тапҡан, ағасын йығып, бүрәнә тартып, өй бураған.
Сәфәрғәлиндарҙың да ғаилә башлығы Замир Зиннур улы урман эшендә маҡтаулы эшләп, хәҙер ҙә “ерҙең йәшел ҡалҡаны”нан айырылмаған ир уҙамандарҙың береһе. Мәктәптә 9 класты бөткәс тә Ишей ауылы биләмәһе ҡараған Темәс урмансылығында хеҙмәт юлын башлаған. 1976-1977 йылдарҙа Украинала әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Баймаҡ урман хужалығының Темәс бүлексәһендә урмансы булып эшләгән.
--Баҡтиһәң, тәбиғәт байлығының да төбө бар икән,--ти элекке урмансы йәне әсенеп. --2009 йылдарҙа беҙҙең икһеҙ-сикһеҙ урманыбыҙҙы ситтән килеп ҡуртымға алыусылар күбәйҙе. Әле лә тәбиғәт байлығы күпләп ситкә ебәрелә, үҙебеҙгә сифатһыҙ ағас ҡала. Ярай мин 55 йәштән хаҡлы ялға сыға ҡалдым. Йәштәргә ҡыйын. Беҙҙең халыҡ бит борон-борондан урмансылыҡ менән булышҡан да, шунан табыш алған. Әле килеп бөтә нәмә яттар ҡулына күсә.
Ҡатыны Лилиә Әҙеһәм ҡыҙы ла Баймаҡ районы ҡыҙы. Әҙеһәм һәм Маһира Мәүлетҡоловтарҙың 10 балалы ишле ғаиләһендә буй еткергән ул. 10 класты тамамлап, ваҡытлыса ғына йәйләүҙә һыйыр һауып эшләп , өҫтөмдө бөтәйтеп алам тип кенә эшкә барған ҡыҙ буласаҡ ирен Замирҙы осратып, кейәүгә сыҡҡанын үҙе лә һиҙмәй ҡала. Был аҙымына бер ҙә үкенмәй ҡатын. Сәфәрғәлиндар ҡарағайҙай өс улға ғүмер бүләк иткән. Улдары--Заһит, Сәғит, Данил хәҙер инде һәр береһе өйләнеп, төрлө тарафтарҙа үҙаллы донъя көтә. Шулай ҙа улар йәй көнө бергә тыуған йорттарына йыйылып, бесән саба, утын быса, яра, ғөмүмән, ата-әсәһенә ҡышҡылыҡҡа әҙерләнергә, һаны бер нисә тиҫтәгә еткән йылҡы, һыйыр малына мал аҙығы әҙерләшергә ярҙам итә.
--Улдарымдан уңдым, тип бер һөйөнһәм, килендәрем тағы ла шәберәк,--ти ике Дилара, Миңзәлә килендәрен маҡтап Лилиә Әҙеһәм ҡыҙы.—Килендәрем нәҫелебеҙҙе ишәйтте: беҙҙе ҡыуандырып, йәшәүебеҙгә мәғәнә, ҡот-йәм биреүсе Зинира, Камила, Лиана, Зарина, Самира, Ислам, Басир үҫеп килә. Ошо түгелме бәхет!?
Өлкән улдары Заһит ҡатыны Дилара менән Баймаҡта ҙур йорт һалып ингән. Заһит Замир улы Баймаҡтың 3-сө мәктәбендә музыканан балаларға һабаҡ бирә. Уларҙың ике ҡыҙына иш булып Басир атлы ике йәшлек улдары үҫә. Сәғиттәре Миңзәлә килендәре, кинйәләре Данил кәләше Дилара менән Магниторск ҡалаһында төпләнгән. Һәр береһе фатир алып, тимер юлы тармағында уңышлы хеҙмәт итеп, ғаиләләрен баға.
Беҙ Ишейгә барғанда Сәғит улдарының ике балаһы—ҡыҙы Лиана менән улы Ислам ҡартатайҙары менән ҡартәсәйҙәренә каникулға ҡунаҡҡа килгән ине.
--Бөгөн ялға сыҡһалар, кис ҡаланан беҙгә килеп тә етәләр. Ишейҙең тәбиғәтен яраталар, ауыл һауаһын һулап, шифалы һыуҙы эсеп туя алмайҙар. Мал йәнлеләр, ҡалала үҫкән балалар тип әйтерлек тә түгел,--ти ҡартатайҙары Замир Зиннур улы, ейән-ейәнсәренә һөйөнөп.—Етмәһә, мин бәләкәстәремде дәртләндереү сараһын күрәм: мәктәптә яҡшы өлгәшеүселәргә аҡсалата премия тапшырам.
Тыуған ерҙәрен ташламай, ғүмерҙәре буйы атай нигеҙен һаҡлап йәшәгән Сәфәрғәлиндарҙың йәшәйәше күптәргә үрнәк. Замир ағайҙың атаһы Зиннур Сәфәрғәлин Бөйөк Ватан һуғышын баштан аҙағынаса үткән яугир булған. Шәп урмансының исеме лә мәңгелештәрелгән: халыҡ телендә Зиннур урманы тип аталған ер ҙә бар.
--Шундай затлы ерҙе нисек ташлап китмәк кәрәк! Юҡ, тыуған еребеҙ—алтын бишек. Бына бит балаларыбыҙ бында ҡаланан атлығып килә, тимәк, уларҙа ватансылыҡ тойғоһо бар, шуныһы ҡиммәт,--тип ҡыуана Сәфәрғәлиндар.