Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
22 Апрель 2020, 11:00

Рамаҙан айы башлана

23 апрель кис, ҡояш байығас, изге Рамаҙан айы башлана.

Ошо кистә бөтөн донъя мосолмандары оло һөйөнөс менән беренсе тәрәүих намаҙын уҡый.
“Эй, иман килтергән һөйөклө бәндәләрем! – тиелгән Ҡөрьәндә. – Һеҙгә ураҙа ғибәҙәте фарыз ителде, тәҡүәлек ҡылығыҙ”. Ошо бойороҡҡа ярашлы, Рамаҙанда һәммәбеҙ ҙә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшергә ынтылырға тейешбеҙ.
Рамаҙан – изге ай ғына түгел, тәрбиә мәктәбе лә. Унда фарыз ителгән ғәмәлдәр дөрөҫ йәшәү юлын күрһәтә. “Кем дә кем ураҙа тотоп та ялған һүҙҙән айырылмаһа, Аллаһ Тәғәлә уның ас йөрөүенә мохтаж түгел”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Етеш тормошта йәшәйбеҙ, өҫтәлдәребеҙ теләгән ризыҡ бар. Ошо муллыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтә изге Рамаҙан. Ураҙа тотҡан әҙәм балаһының күңеле йомшара, ул мохтаждарға, сирлеләргә ҡарата иғтибарлыраҡ, мәрхәмәтлерәк була башлай. Көндө ризыҡһыҙ үткәргән кеше шулай уҡ һаулыҡтың, ваҡыттың, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә өйрәнә, Аллаһ Тәғәлә тарафынан булдырылған тормоштоң асылына, мәғәнәһенә нығыраҡ төшөнә.
Ураҙаны нисә йәштән тота башларға мөмкин? Ҡыҙ бала – 9, малай кеше 12-13 йәштән бәлиғ һанала. Ныҡ өлкән йәштәгеләргә, әгәр сәләмәтлеге ҡаҡшаған икән, ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Уның урынына фидиә саҙаҡаһы бирә алалар. Был аҡсаны мәсеткә һалырға, етем, ауырыу йәки матди хәле насар ғаиләлә тәрбиәләнгән бала өсөн тапшырырға мөмкин. Ризыҡлата биреү ҙә рөхсәт ителә. Шуны белеү фарыз: был ураҙаны һатып алыу тигәнде аңлатмай. Ғибәҙәтте һәр кем үҙе үтәргә тейеш.