Ике ҡаты сирле бер палатала ятҡан. Уларҙың береһенең карауаты -- тәҙрә, икенсеһенеке ишек төбөндә торған. Тәҙрә төбөндә ятҡаны, ныҡ һыҙланыуҙарына ҡарамаҫтан, бүлмәләшенә көн һайын болоттарҙың ниндәй сүрәттә булыуын тасуир иткән.
--Бөгөн болоттар ап-аҡ мамыҡ шикелле күпереп тора. Эх, шулар өҫтөндә рәхәтләнеп кенә ятырға ине!--тигән ул. Икенсе көндәрҙә лә болоттарҙа аттар сабышын, ғашиҡтарҙың серләшеүен, бала уйнап йөрөүен, самолеттар осоуын бәйән иткән. Ишек төбөндә ятҡан ауырыу тәҙрә төбөндәгенән шул тиклем көнләшкән. “Нишләп кенә мин бында шыҡһыҙ ишеккә теләп ятам икән? Шул урында ятһам, күңеллерәк булыр ине, эх?!”
Көн дә болоттарға ҡарап күңелле хәлдәр һөйләгән бүлмәләшен бер көндө ҡапыл өйәнәге тота. Уның шул тиклем аҙапланыуын, ауыртыныуҙарға түҙә алмауын күрә, тоя ишек төбөндә ятҡан кеше. Уға кнопкаға баҫып табиптарҙы саҡыртыу ҙа бер ни тормай. Әммә ул тәҙрә төбөндәге урындың үҙенә ҡалыуын теләп бүлмәләшенә ярҙам итмәй...
Бүлмәләшен палатанан аяғы менән алға алып сығып китәләр. Бер аҙҙан шәфҡәт туташы ишек төбөндәге карауатта ятыусының хәлен белешергә инә. Ул үҙен унан тәҙрә төбөнә күсереүен үтенә. Шунда иркенләп һауаға ҡарайым тиһә, тәҙрә аша стена ғына күрә.
--А, бынан зәңгәр күк күренмәй ҙә баһа!? Ә бит ул кеше миңә көндә ошо тәҙрәгә бағып болоттарҙың торошон, күктәрҙең киңлеген, һындарҙың алмашыныуын матур итеп һөйләй торғайны,--тип ҡысҡырып ебәрә.
--Һеҙҙең, үҙенең күңелен күтәрергә тырышҡандыр, меҫкенкәй. Тәҙрәнең стенаға ҡарауы ғына түгел, мәрхүмкәй бөтөнләй күреү һәләтенән мәхрүм ине. Күңел күҙе тик матурлыҡты күргәнгә лә шундай ҡанатландырғыс, йәшәүгә дәрт бирерҙәй һүҙҙәр һөйләгәндер...