Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
19 Апрель 2020, 12:55

УМЫРЗАЯНЫ НИ ӨСӨН ӨҘӨРГӘ ЯРАМАЙ?

Әгәр ҙә уны йорт тирәһенә ултрытһаң, уҫал заттарҙан һаҡлай, имеш. Ә башҡорттарҙа, киреһенсә, был яҙғы сәскәне өҙһәң, ғүмерең ҡыҫҡа була тигән һүҙ йәшәй.

Тап бөгөн донъяның бик күп илдәрендә яҙҙың тәүге сәскәһе-Умырзая көнө билдәләнә. Уның Ер йөҙөндә 20-гә яҡын төрө иҫәпләнә һәм барыһы ла “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән.
Беҙҙең төбәктә күк, аҡ һәм зәңгәр умырзая күберәк осрай. Йылына бер тапҡыр ҡына баш ҡалҡытҡан был матурлыҡты күптәр өҙөүҙән, вазаларға букет итеп ҡуйыуҙан да тартынмай. Шуға күрә уны һаҡлау, тәләҫләмәү, өҙмәү маҡсатында йыл һайын акциялар үтә, Умырзая көнө билдәләнә.
Тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, умырзаяларҙың һәр йыл һайын баш ҡалҡытыуына ҡыуанып йәшәйек, уларҙы өҙмәйек.
Әйткәндәй, уның тарихы 1984 йылға Англияға барып тоташа. Был илдә яҙғы сәскәгә бәйле ышаныу ҙа йәшәп килә. Әгәр ҙә уны йорт тирәһенә ултрытһаң, уҫал заттарҙан һаҡлай, имеш. Ә башҡорттарҙа, киреһенсә, был яҙғы сәскәне өҙһәң, ғүмерең ҡыҫҡа була тигән һүҙ йәшәй. Күрәһең, ололар шулай тип әйтеп, кешеләрҙән умырзаяны ҡурсалау өсөн уйлап сығарғандыр. Ни тиһәң дә, яҙғы тәүге сәскә ни тиклем матур булмаһын, тик оҙаҡ балҡып ултыра алмай шул.