Хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү, террорға ҡаршы һаҡланыу эше алып барыу йәһәтенән Сибай ҡалаһында Контроль һәм идара итеү системаһына ҙур иғтибар бүленә. Ҡаланың Көнсығыш биҫтәһендә, атап әйткәндә Күсимов урамы, 6 адресы буйынса йәшәүселәр ошоно күҙ уңында тотоп, ошо биләмәлә урынлашҡан “Ҡурай” балалар баҡсаһына әлеге системаны ҡуйыу кәрәклеген күтәреп сыҡты. Һәм күпселек был тәҡдимде хупланы. Был Урындағы башлағыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә бойомға ашырыласаҡ.