АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
10 Февраль 2020, 01:05

Уралдан Берлинғаса

Уҡыусылар Уралдан Берлинғаса барып еткән ата-бабалараның данлы-шанлы һуғыш юлы хаҡында лекция тыңлап, уларҙың батырлыҡтары менән сикһеҙ ғорурланыуҙарын йәшермәне.

Сибай ҡалаһы мәктәбе уҡыусылары һәр шәмбене файҙалы уҙғара. Спорт ярыштары, мәҙәни саралар бер-береһен алмаштырып ҡына тора. Уҙған аҙна шәмбеһе ҡаланың 1-се мәктәбенең 4-се, 5-се класс уҡыусыларының хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ. Улар Сибай концерт-театр берекмәһенең “Уралдан Берлинғаса” концерт-лекторийын тамаша ҡылды. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сарала һуғыш тематикаһына арналған йырҙар яңғыраны, бейеүҙәр күрһәтелде.
Уҡыусылар Уралдан Берлинғаса барып еткән ата-бабалараның данлы-шанлы һуғыш юлы хаҡында лекция тыңлап, уларҙың батырлыҡтары менән сикһеҙ ғорурланыуҙарын йәшермәне.