Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
22 Ғинуар 2020, 17:05

ЛЕОПОЛЬДТЫҢ ТЫУҒАН КӨНӨНДӘ…

"Әйҙәгеҙ, дуҫ йәшәйек!" Был һүҙҙәр һәммәбеҙгә лә таныш, шулаймы? Эйе, бесәй Леопольдтың һүҙҙәре ул...Күптән түгел Сибай сәхнәһендә уның тыуған көнө билдәләнде.Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһының “Ынйыҡай” төркөмөндә тәрбиәләнеүсе кескәйҙәр тәрбиәселәре Әлфиә Ғаяз ҡыҙы Вилданова етәкселегендә “Бесәй Леопольдтың тыуған көнө”ндә булып ҡайтты.
--Яңы башланып торған 2020 йылдың тәүге премьераһы балаларға бик оҡшаны. Музыкаль тамашанан бәләкәстәр бик ҡәнәғәт ҡалды. Персонаждар менән тере аралашыуҙы ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа яратты. Үҙҙәрен спектакль геройҙары менән бер сәхнәлә йөрөгәндәй хис итте: борсолдо ла, көлдө лә. Балаларға изгелек, яуызлыҡ, дуҫлыҡ төшөнсәләрен аңлатыуға ҡоролған сәхнә әҫәре үҙебеҙгә лә оҡшаны. Актерҙар шул тиклем талантлы. Үҙ ролдәрен оҫта башҡарыуҙары ғына түгел, бәләкәйҙәрҙең теләген, уй-фекерен тиҙ генә эләктереп ала белеүҙәре менән һоҡландырҙы. Сәхнә лә бик зауыҡлы итеп биҙәлгән ине, -ти тәрбиәсе Әлфиә Ғаяз ҡыҙы.
Беҙ, ата-әсәләр, балаларыбыҙҙың рухи донъяһын байытыуға ҙур көс һалған тәрбиәселәргә һәм А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры актерҙарына оло рәхмәтлебеҙ.