Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
6 Декабрь 2019, 16:15

Матур булһын исемең!

Балаға матур һәм мәғәнәле исем ҡушыу—ата-әсәнең төп бурыстарының береһе. Быға бик яуаплы ҡарау мөһим. Сөнки исем һәр беребеҙҙе ғүмер буйы оҙатып бара. “Ҡиәмәт көнөндә лә әҙәм балаһы үҙенең һәм атаһының исеме менән саҡырылыр”,—тиелгән хәҙистә.

Балаға матур һәм мәғәнәле исем ҡушыу—ата-әсәнең төп бурыстарының береһе. Быға бик яуаплы ҡарау мөһим. Сөнки исем һәр беребеҙҙе ғүмер буйы оҙатып бара. “Ҡиәмәт көнөндә лә әҙәм балаһы үҙенең һәм атаһының исеме менән саҡырылыр”,—тиелгән хәҙистә.

Ата-әсәне һайлап ала алмаған кеүек, исемде лә һайлап ала алмайбыҙ. Улар беҙҙе нисек нарыҡлай, шуға күнергә мәжбүрбеҙ. Шуға күрә, сабыйҙарыбыҙ киләсәктә оялырлыҡ булмаһын өсөн, уларға матур һәм мәғәнәле исем һайларға кәрәк.

Күптән түгел генә Сибай ҡалаһының “Тәҡүә” мәсете мөғәллимәһе Әминә Әғләметдин ҡыҙы Ноғоманова “Сабый тыуыуы” тигән китап сығарҙы. Ул яңы ғына сабыйы донъяға килгән ата-әсәләргә лә, бына-бына ғаилә ҡорған йәштәргә лә бик матур һәм файҙалы бүләк булырҙай. Сөнки был китап үҙ эсенә, бик гүзәл һәм тәрән мәғәнәле исемдәрҙән тыш, сабый тыуғандан һуң үтәләсәк йолаларҙы ла алған. Унда баланы дөрөҫ тәрбиәләү буйынса кәңәштәр ҙә бирелгән.

Быға тиклем Әминә абыс-тай Ҡөрьән уҡырға өйрәнергә те-ләүселәрҙе башҡортса “Тәжүид” китабы менән ҡыуандырһа, хәҙер инде йәш ғаиләләргә лә матур бүләк эшләне. Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының ял һәм мәҙәниәт үҙәгендә уның яңы ғына донъя күргән “Сабый тыуыуы” китабының исем туйы ла булып үтте. Йыр-моң, мөнәжәттәр һәм бейеү менән үрелеп барған был матур сара һәр тамашасының күңелендә йылы тойғолар ғына ҡалдырғандыр.

Әминә Әғләметдин ҡыҙының ижади ҡомарының һүнмәүен теләп ҡалабыҙ. Киләсәктә лә мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә ғилем нуры таратып, халҡыбыҙға файҙа килтереп йәшәргә яҙһын.

Нәркәс Алсынбаева.