АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
5 Декабрь 2019, 11:35

Ут ғәйрәтен һыу баҫа

Бер-берегеҙҙең холҡон үҙгәртергә тырышмағыҙ. Һәр ҡайһығыҙ үҙ холҡон ҡулайлаштырһа, яҡшыраҡ булыр. Ил инәһе Мәрйәм Бураҡаеванан йәш парҙарға кәңәштәр беҙҙең сайтта.

Йәш ғаиләләр иғтибарына Ил инәһе Мәрйәм Бураҡаеваның аҡыллы кәңәштәрен тәҡдим итәбеҙ:
* Бер-берегеҙҙе ҡараштан, ым-ишаранан аңлап өйрәнегеҙ.
* Бер-берегеҙҙең йөрәгенә төйөн булырҙай һүҙ әйтеүҙән тыйылығыҙ.
* Тыныс саҡта кем дә аҡыллы, ҡыҙған саҡта аҡылыңды тотоу аҡыл.
* Бер-берегеҙҙең атаһы, әсәһе, туғандары тураһында насар фекер әйтмәгеҙ.
* Ғәфү итә белегеҙ. Үпкәләшеүҙе оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Бер-берегеҙҙе аңлап өйрәнегеҙ - уның өсөн үҙеңде ишең урыныңа ҡуйып ҡарау отошло.
* Бер-берегеҙҙең холҡон үҙгәртергә тырышмағыҙ. Һәр ҡайһығыҙ үҙ холҡон ҡулайлаштырһа, яҡшыраҡ булыр.
* Тәүге һынауҙан уҡ һығымта яһарға ашыҡмағыҙ.
* Ут ғәйрәтен һыу баҫа. Берегеҙ дөрләгәндә, икенсегеҙ өндәшмәгеҙ.