Күңелдәрҙе тирбәлдергән, йән-тәнебеҙҙе сихәтләндергән уйын ҡоралы ҡумыҙҙы сиртеп күрһәтһәң, ҡурайҙа уйнап ебәрһәң, балалар уларға тартыла, үҙҙәре көй сығарырға ынтыла. Бына ошонда төшөнәһең инде: боронғолар менән йәш быуынды бәйләгән ныҡлы рухи көс бар.
Бөгөнгө мәктәптәрҙә әллә мөмкинлек юҡ, әллә балаларға физик йөкләмә күп, бик һирәктәрҙә ҡурай, ҡумыҙ түңәрәктәре эшләй.
Шуны иҫәпкә алып, кисә Сибай ҡалаһының "Яугүл" халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилара Мөхөтдиновна Рафиҡова, Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурғәле Ҡайыҡбирҙин Баймаҡ районы Муллаҡай дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары алдында сығыш яһаны, оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Мин иһә республикабыҙҙа ҡумыҙ сәнғәтенең үҫеше, ансамблебеҙҙең эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт бирҙем.
Аҙаҡ балаларға ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға ғәмәли дәрестәр бирелде. Улар ҙа, уҡытыусылары ла ҡумыҙ сиртергә бик теләп өйрәнде.
Миңһылыу Ҡобағошова.