Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
8 Ноябрь 2019, 17:36

БЕРГӘЛӘП ШИҒЫР ҺӨЙЛӘНЕК

Башҡортостандың 100 йыллығына арнап төрлө саралар, фестивалдәр уҙғарылды. Сибай ҡалаһында ойошторолған “Йөрәктән йөрәккә” конкурсы оло ҡыҙыҡһыныу уятты. Беҙҙең “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр, уларҙың ата-әсәләре һәм тәрбиәселәр унда әүҙем ҡатнашты.

Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнап Сәриә Шәһит ҡыҙы һәм уның ҡыҙы Раида Мостай Кәримдең “Рус түгелмен, ләкин россиянмын” шиғыры менән сығыш яһаны. Улар дәртләнеп, бик ихлас әҙерләнгән. Башҡа ата-әсәләр, балалар һәм тәрбиәселәр ҙә конкурсҡа етди ҡараны, күңелдәренә ятҡан һәм яҡын шиғырҙарҙы һөйләне. Һәр сығыш алҡыштарға күмелде.
Башҡорт халҡы электән сәсән телле булған. Бына әллә күпме йылдар элек яҙылған Салауат Юлаев шиғырҙары ла, замандаш әҙиптәрҙеке лә берҙәй күңелгә яҡын. Уларҙың һәр береһе тыуған илгә, ергә һөйөү, рух менән һуғарылған. Уларҙы күңеленә һеңдереп үҫкән балаларыбыҙ илһөйәр, телһөйәр булып үҫер, тип ышанабыҙ.
М.Һ.Әйүпова, Л.Р.Ибраһимова, тәрбиәселәр; Н.И.Әсмәндийәрова, уҡытыусы-логопед.