Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
2 Октябрь 2019, 10:03

"Уйындарҙа--хәрәкәт, хәрәкәттә--бәрәкәт"

"Уйындарҙа-хәрәкәт, хәрәкәттә--бәрәкәт",--тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Бала донъяға килгәс тә хәрәкәтләнә башлай, сөнки хәрәкәт--йәшәүҙең һәм физиологик үҫештең төп нигеҙе.

"Уйындарҙа-хәрәкәт, хәрәкәттә--бәрәкәт",--тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Бала донъяға килгәс тә хәрәкәтләнә башлай, сөнки хәрәкәт--йәшәүҙең һәм физиологик үҫештең төп нигеҙе.
Ошонан сығып балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын алып тора. Әкиәт, йырҙар уйлап сығарған кеүек уйындарҙы ла халыҡ уйлап тапҡан.
Сибай ҡалаһының "Алтынай" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлнур Рәфҡәт ҡыҙы Мусина башҡорт халыҡ уйындарын кескәҙәргә өйрәтеү маҡсатында "Башҡорт халыҡ уйындары" темаһына оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Унда балалар, әсәйҙәр, өләсәйҙәр бик теләп ҡатнашты. Сарала уйналған "Йәшерәм яулыҡ", "Аҡ ҡалас", "Аҡ тирәк-күк тирәк", "Осто-осто ҡоштар осто", "Тирмә" уйындары барыһының да күңеленә хуш килде.
Гөлдәр Ҡадаева.