АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
2 Октябрь 2019, 09:57

Илһөйәрҙәр тәрбиәләйбеҙ

“Сулпылар” башҡорт балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең һәр яҡлап һәләттәрен үҫтереү буйынса төрлө түңәрәктәр уңышлы ғына эшләп килә. “Йәш ирекмәндәр”, “Юл белгесе”, “Һандуғасҡай” һәм башҡа төр түңәрәктәрҙә кескәйҙәр көн һайын донъя серҙәрен танып белә, педагогтар менән ниндәйҙер яңы асыштар яһай.

Мәҫәлән, тәрбиәсе Ҡәйепҡолова Зөлфиә Ғәлләм ҡыҙы ойошторған “Ынйыҡай” фольклор түңәрәгенә өлкән төркөм балалары бик ихлас йөрөй. Был түңәрәктә балалар башҡорт халҡының тормош-көнкүреше, халыҡ ижады, уйындары менән яҡындан таныша. Ике йыл рәттән ҡумыҙ серҙәренә лә өйрәнәләр. Балаларҙы ҡумыҙҙар менән тәрбиәләнеүсе Мәүлитова Нурияның ҡартатаһы Вилүр Шәкирйән улы тәьмин итә.
25 сентябрь Зөлфиә Ғәлләм ҡыҙы өлкән төркөм балаларының әсәләренә "Стилле түшелдеректәр эшләү" исемле оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Фетрҙан ҡырҡылған түшелдеректәрҙе әсәйҙәр төрлө төҫтәге мәрйендәр, тәңкәләр, ҡабырсаҡтар һәм башҡа биҙәүес әйберҙәре менән биҙәне. Әсәйҙәр үҙ ҡулдары менән эшләгән түшелдеректәрҙе балалар фольклор түңәрәгендә, байрамдарҙа, иртәлектәрҙә ҡыуанып таға.
“Ынйыҡай” фольклор түңәрәгенә йөрөгән балалар киләсәктә башҡорт иленең ысын илһөйәрҙәре булып үҫер, тип ышанабыҙ!
Өлкән тәрбиәсе Бикбова С.Р.
Читайте нас: