Төбәк һулышы
20 Октября , 09:35

Ғалимды онотмайҙар

Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмов — башҡорт мәғарифы тарихында сағыу эҙ ҡалдырған күренекле ғалим-методист, педагогика фәндәре кандидаты. Ул үҙ ғүмерен башҡорт мәктәптәре өсөн уҡыу әсбаптарын булдырыуға, балаларҙы туған телдә уҡытыу методикаһын камиллаштырыуға бағышлаған. Уның хеҙмәттәре бөгөндә уҡытыусылар өсөн ҡиммәтле ҡулланма булып ҡала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғалимды онотмайҙарҒалимды онотмайҙар
Ғалимды онотмайҙар

 

2026 йылда ғалимдың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы төрлө саралар ойошторола: Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика кафедраһы фәнни-ғәмәли конференция ойоштора, ӨФһТУ-ның Сибай институтында методик семинар үтәсәк. Ә 15 октябрҙә ғалимдың тыуған ере, Баймаҡ районы Күсей ауылында, «А.А.Ғәлләмов мираҫы: быуындарҙы берләштергән һүҙ» тигән методик осрашыу үтте. Сара Советтар Союзы геройы Т.Т.Миңлеғолов исемендәге Күсей төп дөйөм белем биреү мәктәбе етәкселеге, коллективы һәм уҡыусылары тарафынан әҙерләнде.

Методик осрашыуҙа, башлыса Баймаҡ районының алдынғы башланғыс класс уҡытыусылары йыйылһа ла,  улар араһында алыҫ араларҙы яҡынайтып Өфөнән килгән педагогика фәндәре докторы, профессор Рәисә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Дәүләтбаева, Сибай институтының рус, башҡортһәм сит илдәр филология кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Нәилә Азамат ҡыҙы Ыласынова, Баймаҡ районы хакимиәтенең финанс бүлеге етәксеһе Дәүләтбаев Илнур Урал улы, Баймаҡ районының методик бүлеге етәксеһе ГөлшатКамил ҡыҙы Сирғәлина, Ҡаратал мәктәбе директоры Йәнбирҙин Рим Сөләймән улы һәм Сибай институтының педагогия факультеты студенттары ҡатнашты.

Килгән ҡунаҡтар тәүҙә Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмов исемен йөрөткән мәктәп музейы менән танышып сыҡты. Был музейҙа бик күп экспонаттар, кәрәкле мәғлүмәттәр һәм, әлбиттә, ғалимдың яҙып ҡалдырған китаптары, методик пособиелары һ.б. һаҡлана. Иң ҡиммәтлеһе - 1962 йылдан алып 1998 йылға тиклем баҫылған «Әлифба»лар.

Сараны асыу тантанаһынан алда ғалимдың яҡты иҫтәлегенә бағышлап Ҡөрьән аяттары уҡылды. Хәтирәләргә байҡау яһап, ғалимдың тормошо, биографияһы хаҡындаһөйләнелде. Артабан сара барышында «А. Ғәлләмовтың педагогик принциптары», «Ике быуын китабы», «Совет осоронда Әлифба менән эш итеү», «Абдрахман Ғәлләмовтың уҡытыу алымы нигеҙе бөгөнгө «Әлифба» китаптарында» тигән темалар буйынса фекер алышыуҙар булды.

Сара бик матур, йылы мөхиттә барҙы. Студенттар ҙа, осрашыуға килгән уҡытыусылар ҙа был саранан күп яңы һәм файҙалы мәғлүмәталды. Шуныһы ла билдәле: Сибай институтында Абдрахман Ғәлләмов исемендәге лингвистик дисциплиналарҙы уҡытыу методикаһы кабинеты бар, унда ғалимдың дидактик материалдары, дөрөҫ яҙыу дәфтәре, яҙыу машинкаһы һаҡлана.

Шулай уҡ сарала уҡыусылар матур йыр һәм бейеү менән сығыш яһаны. Абдрахман Ғәлләмовтың туғандары ла оло ихтирам, йылы хистәр менән ғалимды иҫкә алдылар, матур хәтирәләр менән бүлештеләр.

Сара мемориаль таҡтаташҡа сәскә һалыу менән тамамланды.

Был методик осрашыу һәр кем өсөн мөһим һәм фәһемле ваҡиға булды, сөнки ул быуындар бәйләнешен нығытты һәм ғалимдың бай мираҫын онотмай киләсәккә тапшырыуға булышлыҡ итте.

Яҡташыбыҙ, педагогика фәндәре кандидаты, БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, К.Д.Ушинский миҙалы кавалеры,  «Әлифба» китабының авторы, бөйөк ғалим Абдрахман Ғәлләмов хаҡында: «Оло эштәр менән дан алған бөйөк шәхес ул», — тип әйтәбеҙ һәм мәңге онотмайғ орурланабыҙ.

Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы булған Абдрахман Ғәлләмов уҡыусыларҙың һүҙ ҡеүәтен, рухи байлығын, фекерләү һәләтен үҫтерергә, уларҙы киң ҡарашлы шәхес итеп тәрбиәләргә ҡушҡан һәм мираҫ итеп ҡалдырған. Шуның өсөн беҙ бөйөк фән белгесе, ғалим Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмовтың исеменә тап төшөрмәй, ул асҡан белем юлдарынан атларға һәм яңы асыштарға, юғары үрҙәргә ынтылырға тейешбеҙ!

 

 

 Илсиә Баймөхәмәтова, Сибай институтының 3 курс студенты.

Ғалимды онотмайҙар
Ғалимды онотмайҙар
Автор:
Читайте нас