

Донъяға – тәҙрә аша
Тап шулай аталды Уҡытыусылар көнөндә Билал ауыл китапханасыһы Райхана Эдуард ҡыҙы ойошторған был йөкмәткеле әҙәби-музыкаль кисә. Байрамға урындағы мәктәптең уҡытыусылары һәм мәғариф ветерандары саҡырылғайны.
Тәҙрәләрем асыҡ яҡшыларға,
Изге уйҙар менән килгәнгә.
“Телһеҙҙәргә”-аҙаҡ һөйләмәһә,
“Һуҡырҙарға”-артыҡ күрмәһә...
Тик яҡшыға асам тәҙрә, ишек,
Ямандарҙан Аллаһ һаҡлаһын!
Үткер күҙле, оҙон телле “дуҫтар”
Бер үк кенә ишек ҡаҡмаһын
Һәм көндәре миңә ҡалмаһын... (Гөлнур Ҡыуатова)
Тәҙрә... Был әйбер менән бик күп хәтирәләр, иҫтәлектәр юҡҡа ғына бәйләнмәгән икән. “Нимә ул һеҙҙең өсөн тәҙрә?” тигән һорауға мәғариф ветераны Илдүсә Азат ҡыҙы:
—Тәҙрә менән беҙҙең тормошобоҙ ныҡ бәйле. Иртәнге нурҙар тәҙрәгә төшөү менән, пәрҙәне асып ебәрәбеҙ ҙә, иң беренсе күршеләргә, бергә бер көндә мәктәптә эш башлаған, бер йәтеш кенә өйҙә бергә йәшәгән, аҙаҡ ауыл егеттәренә кейәүгә сыҡҡас, хәҙер инде ҡапма-ҡаршы өйҙә күрше йәшәүсе әхирәтем Гүзәл Фәтхетдин ҡыҙының тәҙрәһенә күҙем төшә. Мөрйәһенән ут сыҡһа, ә, былар өйҙә икән, ҡараңғы булһа, былар ҡайтмаған икән тип уйлап алам. Беҙҙең сәй эскән кухняның тәҙрәһенән иркен баҫыуҙар күренә. Унда ауылдаш Мирфат Әбйәлилов, минең тәүге уҡыусым Шөғәйеп Мәхмүтов иген үҫтерә.Техникаларҙың гөрләп эшләп тороуы күңелдә кинәнес, рәхәтлек , киләсәккә ышаныс тыуҙыра.
Тәҙрә–ул яҡтылыҡ, йылылыҡ сығанағы ла. Бала саҡта ҡыштарын һыуыҡ көндәрҙә төрлө-төрлө матур, семәрле тәҙрәләргә ҡарап, хыялдарға аҙ бирелмәнек. Боҙ менән ҡапланған тәҙрә өлгөләрен тыныбыҙ менән иретеп, бәләкәс кенә уйымдар эшләп, тышты күҙәтеү үҙе бер кинәнес ине.
Тәҙрәләрҙән тышҡа күҙем һалһам,
Йәшлек үтеп бара урамдан.
Ҡулға тотҡан сәйле сынаяғым,
Төштө-китте шул саҡ ҡулымдан...
...Ғүмеремдең үткән йәшлегемдең,
Аттарынан һыйпайым ялынан.
Ҡала (а)лманым тотоп, китте үтеп,
Ҡарап ҡалдым үҙем артынан...
Ялдарын елдә елферҙәткән,
Йәшлегемдең ярһыу атының... (Илдар Нуретдинов)
Был авторҙың шиғыры күптәрҙең дәртле йәшлек йылдарын иҫкә төшөргәндер, моғайын. Мәғариф ветерандарының яңы ғына эш башлап, янып эшләп йөрөгән саҡтары әле генә булып үткән кеүек. “Мәктәптә балаларға белем биреүҙән тыш бер йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалманыҡ. Агитатор ҙа булдыҡ, баҫыу эшсәндәренә, фермаларға барып, агитбригада менән концерт ҡуйыу, “Молниялар” сығарыу, кистәрен политуҡыуҙарға йөрөү, ураҡ мәлендә төнгө сменала ырҙында эшләү, төнгө постарҙа тороу һәм башҡалар—беҙҙең бер минут буш ваҡытыбыҙ булманы, үҙебеҙҙең балаларға, ғаиләгә ваҡыт, иғтибар етмәһә лә, йәшлек йылдары бушҡа үтмәне. Иҫке мәктәптә эш башлағайныҡ, аҙаҡ, яңы мәктәп төҙөлгәс, өмә артынан өмәгә йөрөнөк. Иҫемдә, кабинет ишектәренә ҡуйыр өсөн быяла рамдарға уйып яҙыуҙы тормош иптәшем, тарих уҡытыусыһы Нәжип Зәки улы менән рәсем уҡытыусыһы Урал Сәлимйән улы башҡарҙы. 1 сентябргә өлгөртәйек тип мәктәптән ҡайтмайынса эшләнеләр улар, берәй нәмә бешереп, төнөн уларға ашарға алып бара торғайным. Кабинеттарҙы ла, тәҙрәләрҙе лә ялтыратып үҙебеҙ йыуҙыҡ”,—тип һөйләне ветеран уҡытыусы Йәмилә Миңлеғәле ҡыҙы Ғилманова.
“Урамдан үтеп барғанда, тәҙрәгеҙ аша һеҙҙең нисек йәшәүегеҙ ҙә күренә, тәҙрәләрегеҙ ялтырап торһон, ҡыҙҙар!”—тип әйтә ине беҙ Ишмырҙа ауылында 9-сы класта уҡығанда мәрхүмә, класс етәксебеҙ Миңлегөл Мөхәмәҙиә ҡыҙы Казбекова. Беҙҙең класта 38 уҡыусының 22-һе ҡыҙҙар ине, оҙон тәнәфес ваҡытында көн һайын тарих кабинетының тәҙрә төптәрен, иҙәнен еүеш сепрәк менән һөрттөрә торғайны ул беҙҙән. Уның әйткәне һәр саҡ иҫтә. Тимәк, “тәҙрәләр”, уҡытыусыбыҙ биргән тормош һабаҡтары ҙур роль уйнаған икән дә!
«Мин урамдан үткән саҡта, иң беренсе өйҙәрҙең тәҙрә төптәрендә үҫеп ултырыусы гөлдәргә күҙем төшә»,—ти музыка һәм рәсем уҡытыусыһы, директорҙың тәрбиәүи эштәр урынбаҫары Рәшиҙә Ғәфүр ҡыҙы. Тәҙрәләребеҙ гөл-сәскәгә күмелһен, ә “күңелебеҙ тәҙрәләре” һәр саҡ яҡты, асыҡ булһын, ҡара уйҙар ҡапламаһын, тапламаһын уны.
“Тәҙрәңде ас һин, ҡояшҡа!—
Бәхет осоп инһен түрбашҡа!” бүләк-күстәнәскә шундай матур һүҙҙәр яҙылған ине. Йәтеш быяла банкаларға көҙгө уңыштан яһалған тәмле ҡайнатмалар менән, ҡояш нурҙары төшкән асыҡ тәҙрәләргә бағып, хуш еҫле сәйҙәр эскәндә, күрше-күләнгә, ил-йортҡа яҡшы теләктәр, тыныслыҡ теләйек. “Тәҙрә аша һәр кем үҙенә кәрәкте күрә. Кемдер гел яҡшылыҡ, кемдер насарлыҡ. Кешеләрҙең яҡшы яғын күберәк күрәйек!—тип йомғаҡланы кисәне Райхана Эдуард ҡыҙы.
“Ни сыға, ошо Райхананан сыға!”-тигәйне кемдер ошо байрамда. Шулай, һәр төрлө идеяларға, фантазияға, ижадҡа бай булған, үҙ эшен бөтә күңеле менән яратып башҡарған, йыл һайын беҙҙе осраштырып торған китапханасы Р.Э.Булатоваға ҙур рәхмәт! Уға ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, ижади үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ.
Илүзә ӘФЛӘТУНОВА, мәғариф ветераны, башланғыс кластар уҡытыусыһы.
Баймаҡ районы, Билал ауылы.