АТАЙСАЛ
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Төбәк һулышы
10 Сентября , 10:20

Хәтер аллеяһы

Батырҙарын улар онотмаҫ

Хәтер аллеяһыХәтер аллеяһы
Хәтер аллеяһы

Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылындағы "Хәтер аллеяһы" паркында "Аныҡ эштәр" проекты сиктәрендә эштәр тамамланды. Был урын геройҙарға хөрмәт һәм рәхмәт символына әйләнде.

Аллея 2025 йылда ауылға ингән урында булдырылды. Бында элек балалар йорто һәм мәсет урынлашҡан булған. Территорияны төҙөкләндереү башланғысы менән әүҙем ауыл халҡы сығыш яһаған, уларҙы башҡалар хуплаған. Тәүге йылда Бөйөк Ватан һуғышы, Чечняла һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған 100-ҙән ашыу ҡарағай ултыртылған.

Проект сиктәрендә майҙансыҡҡа тротуар плиткаһы түшәлгән. 

—«Хәтер аллеяһы»н булдырыу - ул тик ағастар һәм плитка ғына түгел, ә беҙҙең киләсәгебеҙ өсөн йәнен биргән кешеләргә хөрмәт күрһәтеү,—тине ауыл советы башлығы Илгиз Йәнбирҙин.

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас