АТАЙСАЛ
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Төбәк һулышы
7 Сентября , 05:05

Кореянан Яйыҡбайға килгәндәр

Әйтеүҙәренсә, Алһыуҙың сығышы Түбәнге Яйыҡбай ауылынан. Мәскәүҙә тәржемәсе булып эшләгән һылыу, тәрбиәле, итәғәтле ҡыҙға Кореянан килгән вәкилдәр иғтибар итә һәм шундай аҡыллы ҡыҙҙың тыуған яғы менән танышырға теләк белдерәләр. Әйтәләр бит, халҡыңдың улы, халҡыңдың ҡыҙы бул тип. Алһыу үҙенең тәрбиәлеге менән башҡорт халҡының яҡшы сифатын күрһәтә һәм үҙенә иғтибар йәлеп итә алған. Афарин!

Кореянан Яйыҡбайға килгәндәрКореянан Яйыҡбайға килгәндәр
Кореянан Яйыҡбайға килгәндәр

Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылынан хәбәр итәләр:



Боронғо ауылыбыҙ Түбәнге Яйыҡбайҙа - халыҡ-ара осрашыу! 
Алыҫ Кореянан килгән ҡунаҡтар беҙҙең милли аштарҙы тәмләне, Апай шишмәһенең тере һыуынан сәй эсте, Баяс батыр стелаһына һоҡланды. Бында һәр таштың, шишмәнең үҙ тарихы бар...

Беҙҙең матур тәбиғәтте, рухи урындарҙы күрһәтеп, милли аш-һыуҙы әҙерләгән Кәримовтар ғаиләһенә оло рәхмәт! Һеҙҙең арҡала тағы ла күберәк кеше беҙҙең бай мәҙәниәтте таныны, ризығыбыҙҙан ауыҙ итте. 

Әйҙәгеҙ, йорт-илдә тыныслыҡ йәшәһен, халыҡтар араһында татыулыҡ сәскә атһын! 

Кореянан Яйыҡбайға килгәндәр
Кореянан Яйыҡбайға килгәндәр
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас