

Бүләкәновтар менән күптән танышмын, тиһәм дә хата булмаҫ. Тәүҙә уларҙы ауыл ерендә ләлә сәскәләре үҫтереп, 8 Март байрамында төбәк ҡатын-ҡыҙҙарын ҡыуандырыусы уңған яҡташтарым итеп белә инем. Әле улар был эшенән ситләшеп, ҡымыҙ бешеп, уны һатыуға тотонған икән.
Зәлиә һәм Илдарҙың икеһе лә хөкүмәт эшендә: береһе—Баймаҡ тарихты һәм крайҙы өйрәнеү музейының бүлеге—Ғата Сөләймәнов исемендәге музейҙың ғилми хеҙмәткәре, икенсеһе—Беренсе Төркмән ауылындағы Янғын һүндереү бүлеге етәксеһе. Тормоштарын йәмләп дүрт балалары үҫә. Рәлиә—9-сы, Ильяс 8-се класҡа барҙы. Ҡыҙҙары матур итеп йырлаһа, улдары ҡурайҙа уйнай, оҫта бейей. Илдан—6-сы, ә Ғәлиә 1-се класта уҡый башланы.
Дүртенсе сабыйҙарын көткәндә Бүләкәновтар сәскә үҫтереү эшен туҡтата, ситтән килтерелгән сәскәләр күп булғанлыҡтан, улар үҙен аҡламай. Тик ултырырға яратмаған ғаилә ниндәйҙер эшкә тотонорға кәрәклеген яҡшы аңлай. Шул саҡта ул ваҡытта Моҫтай ауылы янында күпләп йылҡы тотҡан, ҡымыҙ етештергән Фәнис Кәримовтың кәңәше ярап ҡала. Эшҡыуар ғаилә башлығына һәр саҡ: «Балаларыңдың һәр береһенә ҡолон ал, уларҙы үҫтер. Ауылда йәшәйһегеҙ, ат үрсетегеҙ, ул һеҙгә үҙе бер завод кеүек көнө-төнө эшләп тик торасаҡ. Сығымы күп булмай, ә табышы ҙур була. Итләтә һатып ебәрһәң дә, ҡымыҙ етештерһәң дә иш янына ҡуш булыр»,—тип әйткәндәренә ҡолаҡ һалып, улар Фәнис Кәримов ҡалдырған дүрт ҡолондо һатып ала. Яйлап улар янына тағы ла унау өҫтәлә, өйөр айғыры һатып алына. Яҙғылыҡҡа бер өйөр булып сыҡҡан йылҡы көтөүенә көтөүсе яллап, ҡуртымға ер бүлеме алып, аттар үрсетеүгә тотона Бүләкәновтар. Йылҡы тотоп та ҡымыҙ етештермәгәс, нисектер ҡыйыныраҡ тойола. Аттар һатып алған бурыстарын ҡаплағас, кредит йүнләп һауын бейәләре алырға батырсылыҡ итәләр.
—Әбйәлил районының Ишбулды ауылында йәшәгән Айһылыу менән Зөлфәр Шөғөровтарҙың ете баш һауын бейәһе һатыуы тураһында иғланды күреп ҡалғас та Илдарға: «Әйҙә алайыҡ, үҙҙәрен биш йылда ҡаплаясаҡ, ҡымыҙ эшләрбеҙ»,—тинем. Минең күптәнге теләгемде белгәнгәлер, ул шунда уҡ риза булды. Банктан кредит алдыҡ та бейәләрҙе ҡыуып алып ҡайттыҡ. Ситтән мал алма, ауылдан ҡыҙ алма, тиҙәрме әле... Әбйәлилдән алған бейәләр ҡолонлар мәле еткәс, тыуған яҡтарына китеп ыҙалатты. Аяҡтары тышаулы булһа ла ҡамасауламай. Бер нисә тапҡыр кире алып ҡайтҡандан һуң, ҡолонлап бөткәнсә һарайҙа тотоп, бер аҙ ҡолондары нығынғас, яланға сығарҙыҡ. Хатта малдарҙа ла генетик код көслө икән,—ти әңгәмәсем.—Йылҡылар көтөүгә, ҡымыҙ етештереүгә лә юҡҡа ғына тотонманыҡ. Ул беҙҙең күңелдә, ҡанда күптән һалынған. Бәләкәй саҡта өләсәйем бер бейәһен һауып, шунан ҡымыҙ бешә торғайны. Балаларға ла экологик яҡтан таҙа, шифалы баһадирҙар эсемлеге эсереп үҫтерге килде. Шулай уҡ халҡыбыҙҙың элекке шөғөлөн дауам итеү хыялы ла күптән йәшәй ине. Уны ҡайҙандыр өйрәнәһе түгел, бала саҡтан күреп, уны белеп үҫкәнгәме, күңелгә яҡын да, танһыҡ та. Ни тиһәң дә ҡымыҙ—халҡыбыҙҙың милли эсемлеге, ул беҙҙе көслө, һау-сәләмәт итә, ҡеүәт өҫтәй. Был эште лә килем алыу маҡсатынан башламаныҡ, шифалы һәм хәләл ризыҡ етештереү—төп ниәтебеҙ булды. Бер нәмә лә еңел бирелмәй, уның артында әллә күпме тырышлыҡ, көс һәм түҙемлек ята. Бейә һауыуҙың да үҙ нескәлектәре етерлек, ҡымыҙ бешеүҙең дә үҙ сере бар. Барыһын да үҙебеҙҙең көс менән башланыҡ, ҡымыҙ төшөрә алмай көндәр буйына ыҙалаған саҡтар ҙа булды. Ҡурҙы (әсетке) алып ҡалмай, уны таба алмай йөрөгән мәлдәрҙе әле иҫләп, көлөп алабыҙ. Бөгөн 12 һауын бейәбеҙ бар, көнөнә яҡынса 30-35 литр һөт һауыла. Өс тапҡыр һауабыҙ, Ирәндек тауы итәгендә урынлашҡан Моҫтай ауылы эргәһендә бәләкәй генә йәйләүебеҙ бар. Әлегә үҙем ҡул менән һауам, Бөрйән районынан һатып алған йүкә көбөлә бешәбеҙ. Балалар ҙа ярҙам итә. Йылҡыларҙың барыһы ла чипланған, навигатор ярҙамында ҡайҙа йөрөгәндәрен күреп торабыҙ. Ҡышҡыһын тибенлектә сығалар, яҙға ҡарай һоло алып барып ашатабыҙ. Шулай уҡ итләтә лә һатып ебәрәбеҙ. Көбөнө һәр саҡ таҙалап, ҡайын күмере менән ыҫлап торабыҙ. Күбеһенсә ыҫланған һәм классик ҡымыҙ етештерәбеҙ,
ауылдан клиенттар үҙҙәре үк килеп алып бөтә, һатыуға ла ҡалмай.
Һуңғы ваҡытта ҡымыҙҙарҙың ниндәй генәләре юҡ! Сейәле, ҡарағатлы, баллы, ҡаҙылы һәм башҡалар. Бүләкәновтар милли эсемлектең сифатына ныҡ иғтибар итә, уға нимәлер ҡушыуҙы хупламай. «Төйәләҫ ҡымыҙы» тигән исемде лә оҙаҡ уйлағандан һуң ҡабул итәләр. Төйәләҫ йылғаһын һыулаған малҡайҙарҙың ҡымыҙының тап шулай аталыуы үҙенә күрә символик мәғәнәгә эйә.
Өлгәшелгәндәр менән генә ярты юлда туҡтап ҡалырға уйламай улар. Киләсәктә йылҡы малы һанын арттырыу, ҡымыҙ етештереүҙе икеләтә күбәйтеү, йылҡысылыҡты үҫтереү бу-йынса дәүләт ярҙамы алыуға бизнес-проект әҙерләү кеүек эштәр менән яна Бүләкәновтар. Шулай уҡ уңған ғаилә умартасылыҡ менән дә булыша, бер умартанан башланған шөғөлдәре бы-йыл дүрт умартаға еткән һәм ярайһы уҡ мул бал алынған. «Ауыл ерендә йәшәп тә эш юҡ тип ултырыуы оят. Иренмәй, тот та эшләй башла. Бөгөн иң табышлыһы— мал үрсетеү. Уның ағынан эшләнгән ризыҡтарға ла, итенә лә баҙарҙа һорау ҙур. Шулай уҡ һыйыр малы тотабыҙ, ҡош -ҡорт үрсетәбеҙ, баҡса үҫтерәбеҙ. Еләген дә йыйырға ваҡыт табабыҙ, бәшмәгенә лә йөрөйбөҙ. Шуға күрә өҫтәлебеҙ—мул, ризығыбыҙ—хәләл»,—тип йылмая уңған хужабикә.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Зәлиә Бүләкәнованың 35 йәшлек юбилейы үткән, ире һөйгәненә өр-яңы еңел автомобиль бүләк иткән. Эшләгән—тешләгән шул.
Кәримә Усманова.