

«Башҡорт баҡыры» предприятиеһында фронталь тейәгес машинистары араһында «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» конкурсы үтте. Бәйгелә ойошманың алты хеҙмәткәре ҡатнашты.
Ярыш ике этаптан—теоретик һәм практик өлөштәрҙән торҙо. Беренсеһендә ҡатнашыусылар технологик процесты һәм ер ҡаҙыу техникаһын файҙаланыу үҙенсәлектәрен белеү буйынса һорауҙарға яуап бирҙе.
Практик өлөш асыҡ рудник майҙансығында үтте. Машинистар техника менән идара итеү оҫталығын, хәрәкәттәрҙең теүәллеген һәм эш тиҙлеген тикшереү өсөн өс күнегеү башҡарҙы.
Беренсе күнегеү «Гараж, бормалы ерҙән үтеү, теүәл бушатыу» тип аталды. Унда ҡатнашыусыға шартлы гараждан артҡы йөрөш менән сығырға, боролорға һәм ваҡ ташты һоҫоп алырға кәрәк ине. Артабан машинист дүрт ҡапҡа аша борм юлдар буйлап үтте. Билдәләнгән нөктәлә материалды өс тигеҙ өйөм итеп түгергә һәм йөктө тулыһынса бушатырға талап ителде.
Икенсе күнегеүҙә ҡатнашыусы ағас бүрәнәне бер терәүҙән икенсеһенә ярҙамсыларһыҙ күсерҙе.
Өсөнсө күнегеү «Пирамида» тип аталды. Машинист беркетелгән ҡулайлама ярҙамында өс ағас кубиктан пирамида йыйырға һәм уларҙың береһен дә төшөрмәҫкә тейеш ине.
Ике этап һөҙөмтәһе буйынса, беренсе урынды Илнар Таҡаев (Петропавловка ауылы) яуланы. Икенсе һөҙөмтәне Фидан Багишаев күрһәтте, өсөнсө урынға Данил Вәлиуллин сыҡты.
«Быйыл «Башҡорт баҡыры»нда фронталь тейәгес машинистары араһында конкурс тәү тапҡыр үткәрелде. Уны үткәреү инициативаһын генераль директор менән осрашыуҙа Илнар Таҡаев тәҡдим иткәйне, ул бөгөн еңеүсе лә булды. Етәкселек был тәҡдимде хупланы, һәм беҙ етештереү шарттарына яҡын булған йөкләмәләр әҙерләнек. Был—хеҙмәткәрҙәрҙең конструктив идеяларының тормошҡа ашыуына яҡшы миҫал. Конкурс машинистарҙың һөнәри оҫталығын баһаларға һәм тәжрибә уртаҡлашырға ярҙам итә»,—тип билдәләне Тау-технологик ҡорамалдар цехының баш механигы Самат Әбдрәхимов.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡиммәтле бүләктәр алды. Еңеүселәргә һәм призерҙарға 12 ай дауамында эш хаҡына өҫтәмәләр билдәләнде: беренсе урын өсөн—20 процент, икенсе урын өсөн—15 процент, өсөнсө урын өсөн—10 процент. Был артабан да тырышып эшләргә стимул бирә.