АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Төбәк һулышы
25 Августа , 03:45

Аделина фатирлы булды

Хәйбулла районында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға фатир асҡыстары биреү дауам ителә.

Аделина фатирлы булдыАделина фатирлы булды
Аделина фатирлы булды

Бөгөн Аделина Анкудимова өсөн иҫтәлекле һәм ҡыуаныслы көн: уға тантаналы рәүештә үҙ фатирының асҡыстарын тапшырҙыҡ. Был күптән көтөлгән ваҡиға етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы социаль яҡлау буйынса федераль программа ярҙамында тормошҡа ашты.

Маҡсатлы ҡыҙ— медицина университетының өсөнсө курс студенты. Ул киләсәккә ҙур пландар ҡора һәм уҡыуын тамамлағас, тыуған районына ҡайтып эшләргә ныҡлы ҡарар иткән.

Хәҙер Аделинаның мәшәҡәттәре күңелле: ул үҙенең тәүге торлағын йыһазландыра. Ял көндәрендә өйөнә ҡайтып, уны йылылыҡ һәм уңайлыҡ менән тултырырға ниәтләй.

Аделинаны яңы йорто менән ихлас ҡотлайбыҙ! Уҡыуында уңыштар, йортон йәмләргә илһам һәм иң изге теләктәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Яңы фатиры уға тик шатлыҡ һәм көс-ҡеүәт өҫтәп торһон!—тип яҙа социаль селтәрҙә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Илмир Ҡотоев.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас