

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә:
«Өләсәйҙәр мәктәбе» Аҡъюл ауылында ла әүҙем эшләп килә, сөнки ауылда уңған, оҫта ҡуллы, йолаларҙы, халыҡ кәсептәрен киләсәк быуынға еткерергә тырышҡан өләсәйҙәр йәшәй. Йәй осоронда өләсәйҙәр янына ялға ҡайтҡан ҡыҙҙар үҙҙәре өсөн файҙалы һәм кәрәкле эшкә өйрәнә. Ишемғолова Зөлфиә өләсәй ҡыҙҙарға ҡаҙ мамығынан яҫтыҡ эшләү сере менән бүлеште.
Ҡаҙ өмәһе - башҡорттарҙың йола байрамы. Көҙгөһөн ҡаҙҙарҙы салып йолҡоу өсөн үткәрелгән өмә, ә ҡаҙҙың мамығын яҙ көндәр йылынғас Йылайыр йылғаһының ағын ерендә таҙартып йыуып, аҙаҡ эҫе ҡояш аҫтында киптереп алғандан һуң ғына күпертеп мендәр, түшәк, яҫтыҡтар яһарға була икәнлеген аңлатып үтте. Эш барышында мендәр һәм яҫтыҡтар өсөн туҡыманы ла дөрөҫ һайлау мөһимлеген иҫкәртте оҫта ҡуллы өләсәй.
Ҡыҙҙар бергәләшеп мамыҡты теттеләр, аҙаҡ ыҡсым ғына яҫтыҡ итеп тултырып та ҡуйҙылар. Осрашыу ҡыҙҙарға бик оҡшаны, Зөлфиә өләсәйгә ҙур рәхмәттәр әйтеп, күңелләнеп, белем арттырып таралышты улар.