Ат сабышы уҙғарылыуы юҡҡа түгел. Мобилизацияланған яугир ат йәнле була, йылҡы малын бик ныҡ ярата. Шуға ла уның ата-әсәһе ауыл хакимиәте менән берлектә ат сабышы уҙғарырға ҡарар итә. Бәйге 3 заезда үткәрелде. Унда Ниғәмәт ауыл биләмәһенән 26 ат ярышҡа сыҡты. Унан тыш, 3 ауырлыҡ категорияһында "Ауҙарыш" уйыны үтте. Гир күтәреп, турникта тартылып та ярыштылар. Шулай уҡ балалар өсөн төрлө уйындар ойошторолдо.
Факил Фәйзрахман улы һәм Миңзифа Ильяс ҡыҙы Ниғмәтуллиндар ғаиләһендә Фаил 1989 йылда тыуған. Ауыл мәктәбен тамамлағас, Салауат колхозында эш башлай. 2009 йылда армияға алына. Төньяҡ Осетияла хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас, төрлө эштәрҙә эшләй, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә, үҙ ҡулы менән машина ҡороп ала. 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизацияға эләгә, мотоуҡсылар сафында була. 2024 йылда разведчик итеп күсерелә. Ышаныслы, тоғро, ҡыйыу егетте 2024 йылдың сентябрендә командир итеп тәғәйенләйҙәр. Ошо йылдың 16 сентябрендә Лысовка ауылы янында батырҙарса һәләк була. Уның ҡаһарманлығы төрлө орден-миҙалдар менән баһаланған.
Ниғәмәт ауылы ъхалҡы үҙ батырын онотмаҫ...