

Демобилизацияланған яугир, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Шамил Нәҙербаев Мерәҫ ауыл биләмәһен уңышлы етәкләп килә.
Мерәҫ ауылы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән проекттарҙа даими ҡатнашып килә һәм бер ҡасан да һынатмай. "Айыҡ ауыл-2025" район һәм республика конкурстары еңеүсеһе булараҡ та беләбеҙ беҙ был ауылды.
Быйыл иғлан ителгән "Баймаҡ районының иң төҙөк ауылы" район конкурсында ла Мерәҫ ауылы ҡатнаша. Ошо бәйге сиктәрендә ауылдың уңған ир-егеттәре Аҡминде йылғаһы буйындағы кәртәләп алынған урында төҙөкләндереү эштәре башҡарҙылар, тирә-яғын тәртипкә килтерҙеләр. Артабан йәмәғәт биләмәләрен тәртипкә килтереү, ауылды төҙөкләндереү эштәренә тотонасаҡтар.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: Баймаҡ районы хакимиәте.