Төбәк һулышы
22 Июня , 03:30

Ауыл йәме—улар ҡулында

Ауыл йәме—улар ҡулындаАуыл йәме—улар ҡулында
Ауыл йәме—улар ҡулында

БАЙМАҠ РАЙОНЫ ТҮБӘНГЕ ЯЙЫҠБАЙ АУЫЛЫНАН ХӘБӘР ИТӘЛӘР:



 Түбәнге Яйыҡбай ауылында төҙөкләндереү, йәшелләндереү эштәре ҡыҙыу бара! Эште бер минутҡа ла туҡтамайҙар, сөнки матурлыҡтың сиге юҡ бит ул! 

Ошо көндәрҙә ауылдың ир-егеттәренән Алтынғужа Кәримов, Ағинәйҙәр рәйесе Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙы һәм Сафия Хажғәле ҡыҙы мәсет урамында ғәйәт ҙур эш башҡарҙылар: Алтынғужа Зәйнетдин улы уләндәрҙе сабып сыҡты, улары бер туҡтауһыҙ яуған ямғырҙарҙан һуң ҡотороп үҫкән ине. Аҙаҡ ул клумбаларҙағы тупраҡты йомшартты. Шулай итеп, күмәк тырышлыҡ менән өмәселәр:
 Ауыл мәсете урамын таҙаланылар,
 Сәскә араларынан ҡыйҙы йолҡоп сыҡтылар,
 Клумбаларға яңы үҫентеләр ултырттылар,
 Һауыттарҙы бик сағыу, матур төҫтәргә буяп, ҡабатланмаҫ йәм өҫтәнеләр! 

Уңған ир уҙаманы Алтынғужа Зәйнетдин улына, шулай уҡ еңгәйҙәребеҙгә ҙурзан -ҙур РӘХМӘТ! 
Һеҙҙең тырышлыҡ - ауыл йөҙө. Үҙегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, балалар бәхете теләйбеҙ! 

Ауыл йәме—улар ҡулында
Ауыл йәме—улар ҡулында
Ауыл йәме—улар ҡулында
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас