АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Төбәк һулышы
8 Июня , 09:25

Сәсән уҙған юлда эҙ ҡала

Бөгөн—«Урал батыр» эпосы көнө. Иҫтәлекле дата көнөндә Хәмит сәсәнде иҫкә алмаһаҡ яҙыҡ булыр. Яҡташыбыҙ, Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында тыуған сәсән-импровизатор, ҡурайсы, башҡорт фольклорын йыйыусы Хәмит Әлмөхәмәтовҡа беҙ оло рәхмәтлебеҙ. Сөнки нәҡ ул Мөхәмәтша Буранғоловҡа эпосты бәйән итеүселәрҙең береһе. Шундай рухлы, күңелендә бай хазина йөрөтөүселәр арҡаһында бөгөн беҙ бөйөк эпослы халыҡбыҙ. Әйткәндәй, уҙған шәмбе Икенсе Этҡол ауылында сәсән иҫтәлегенә матур сара үтте.

Сәсән уҙған юлда эҙ ҡалаСәсән уҙған юлда эҙ ҡала
Сәсән уҙған юлда эҙ ҡала

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән 2025 йылда 8 июнь “Урал батыр эпосы көнө” тип билдәләнде. Былтыр эпос яҙып алынған урында – Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы янындағы Хәмит сәсән утарында ҙур сара үткәйне.

 

Тәүҙә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Илшат Тажетдиновтың ярҙамы, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы һәм Ниғәмәт ауыл биләмәһе тырышлығы һәм көсө менән мәшһүр әҫәр яҙып алынған урын яңынан кәртәләп алынды. Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ҡоролтай, ауыл биләмәһе, урындағы мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, танылған сәнғәт әһеле Рәмил Туйсин ҡатнашлығында үткән сарала киләсәктә Хәмит сәсән утарында тарихи-мәҙәни үҙәк булдырыу мәсьәләһе күтәрелде.
Маҡсатлы эш эҙмә-эҙлекле дауам итте. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы планына ярашлы, быйыл эпос яҙып алынған урында ҡоролтай, район хакимиәте, Ниғәмәт ауыл биләмәһе һәм Хәмит сәсән вариҫтарының тырышлығы менән Урал аръяғы райондарының һәм ҡалаларының йәш сәсәндәре араһында “Сәсән уҙған ерҙә һүҙ ҡала” конкурс һәм тантаналы сара үтте. Унда 46 балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе һәм мәктәп уҡыусыһы эпосты яттан һөйләү буйынса көс һынашты.

 

Байрамда ҡатнашыусыларҙы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Илшат Тажетдинов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Дәүләтбаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов, уның урынбаҫарҙары Лариса Абдуллина һәм Хәлил Рәхмәтуллин, Хәмит сәсән вариҫтары исеменән Рәил Әлмөхәмәтов тәбрикләне. Иң-иңдәргә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайының, район хакимиәтенең, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.
“Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Марат Әүәлбаев эпосты яҙып алыу тарихы һәм уның әһәмиәте тураһында һөйләне. Айгөл Әбсәләмова етәкселегендә Ҡолсора урта мәктәбе уҡыусылары эпостан өҙөк сәхнәләштерҙе. Ғәбит сәсән Арғынбаевтың вариҫтары һәм яҡташтары исеменән Ғәзиз Маннапов һәм Ҡолсора ауыл биләмәһе башлығы Ришат Ишмырҙин сығыш яһаны. Сарала, шулай уҡ, Ырымбур ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре ҡатнашты. Бер үк ваҡытта Хәмит сәсән утарында балалар өсөн төрлө уйындар ойошторолдо.

 

Конкурсты ойоштороуға һәм сығыштарҙы баһалауға райондың мәғариф бүлеге күп көс һалды, Әлиә Әминева етәкселегендәге жюри бәйгеселәрҙең сығыштарын баһаланы. Еңеүселәр Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы һәм Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәтенең маҡтау грамоталары, Хәмит сәсән вариҫтары һәм Ҡолсора ауыл биләмәһе әҙерләгән приздар менән бүләкләнде.

 

“Сәсән уҙған ерҙә һүҙ ҡала” сараһын уға тамаша ҡылған һәр кем юғары баһаланы, артабан уны республика кимәлендә үткәрергә тәҡдим итте.

 

(Сығанаҡ: Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы)

 


--Беҙ, Хәмит Әлмөхәмәтов нәҫелдәре, был сараны оҡшаттыҡ, ойоштороуҙа ҡатнаштыҡ. Эпосты һөйләүсе балалар һөйөндөрҙө.Учалы, Йылайыр, Әбйәлил, Бөрйән райондарынан килгән уҡыусыларҙың эпостан 200-1500 юл ятлап, тасуири итеп һөйләп тә, сеңләп һәм көйләп тә сығыш яһауҙары һоҡландырҙы. Республика кимәлендә уҙған ҙур сара юғары кимәлдә уҙғарылды,--ти Гөлфиә Әлмөхәмәтова.

Сәсән уҙған юлда эҙ ҡала
Сәсән уҙған юлда эҙ ҡала
Сәсән уҙған юлда эҙ ҡала
Сәсән уҙған юлда эҙ ҡала
Сәсән уҙған юлда эҙ ҡала
Сәсән уҙған юлда эҙ ҡала
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас