АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Төбәк һулышы
15 Мая , 11:35

Яңы мәсет асылды

Хәйбулла райоы Маҡсан ауылында мәсет асылды.

Яңы мәсет асылдыЯңы мәсет асылды
Яңы мәсет асылды

 

Хәйбулла районы Маҡан ауылында мөһим ваҡиға—яңы мәсет асылды.

Тантаналы сара был мөһим мәлдең шатлығын уртаҡлашыу теләге менән берләшкән бик күп кешеләрҙе үҙенә йыйҙы. Унда Башҡортостан Республикаһы мосолмандары диниә назараты рәйесе-мөфтөйө Айнур Бирғәлин, муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, дин әһелдәре һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Яңы «Иман Нуры» мәсете архитектура ҡоролмаһы ғына түгел. Ул—доға, изге эштәр, мәғрифәтселек һәм берҙәмлек йорто. Бында быуындан-быуынға йолалар тапшырыла, балаларҙа иман һәм халҡына хөрмәт тәрбиәләнә.

Мәсет

асыу бөтә йәмғәтселек өсөн ысын байрамға әйләнде. Доғалар ҡылынды, рәхмәт һүҙҙәре, тыныслыҡ, именлек һораған изге теләктәр яңғыраны. Айнур Бирғәлин йылы һүҙҙәр һәм өгөт-нәсихәттәр менән тулы сығышында мәсеттең мосолман донъяһындағы рухи роленең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов мәсет асыу—ауыл халҡының берлектәге тырышлығы, емешле хеҙмәттәшлеге һәм әүҙем позицияһы һөҙөмтәһе, тип билдәләне һәм бындай объекттарҙың әхлаҡи мөхитте формалаштырыуҙа төп роль уйнауын, йәмғиәттә берҙәмлеккә һәм татыулыҡҡа булышлыҡ итеүен билдәләне.

Яңы мәсет тыныслыҡ, изгелек һәм үҙ-ара аңлашыу урыны булһын!

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас