+21 °С
Облачно


Еңеү көнөн ҡаршылап Баймаҡ районы Ҡуянтау ауылының «Ҡояшкай» балалар баҡсаһының «Йондоҙсоҡтар» өлкән төркөмө тәрбиәләнеүселәре «Георгий таҫмаһы» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Йәш ҡатнашыусылар ауыл халҡына һәм мәктәп уҡыусыларына ҙур дәрт менән георгий таҫмаларын таратты.
Георгий таҫмаһы ябай символ ғына түгел: Ул Ватанды һаҡлаусыларға ихтирам һәм тәрән рәхмәт билдәһе. Уны айырыуса хөрмәт менән тағырға кәрәк. Таҫма өсөн иң лайыҡлы урын-күкрәктә, йөрәктә.