

1986 йылдың 26 апрелендә XX быуаттың иң ҙур техноген һәләкәте – Чернобыль атом электр станцияһында (ЧАЭС) авария була. Был көндө, 40 йылдан һуң, илебеҙҙә радиация авариялары һәм һәләкәттәр эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар, шулай уҡ был ваҡиғалар ҡорбандары хәтергә алыу көнө билдәләнә.
Баймаҡ районында, фажиғәнең 40 йыллығы алдынан, ЧАЭС-тағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүселәр һәм уларҙың тол ҡатындары менән осрашыу үтте. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, бөгөн беҙ һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөп, үҙ бурысын намыҫлы һәм батырлыҡ менән үтәгән кешеләрҙе иҫкә алыуыбыҙҙы һыҙыҡ өҫтөнә алып, сараны асты. Уларҙың батырлығына хөрмәт йөҙөнән, ликвидаторҙарға «ЧАЭС-тағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүгә 40 йыл» тип исемләнгән иҫтәлекле миҙалдар тапшырҙы.
Сәй өҫтәле артында осрашыуҙа ҡатнашыусылар хәтирәләре менән уртаҡлашты, мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙе.