

Таһир ауылы ҡатын ҡыҙҙары форумы
Йәмғиәттә ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының абруйын күтәреү, улар ҡатнашлығында эштәрҙе әүҙемләштереү, халҡыбыҙҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсаты менән Таһир ауылы клубында ауыл ҡатын-ҡыҙҙары форумы үтте. Донъя тотҡаһы—ҡатын ҡыҙ. Ҡатын-ҡыҙ ул тәү сиратта— әсә. Өй йылыһын һаҡлаусы, яҡтылыҡ нуры һибеүсе лә ҡатын- ҡыҙ, әсә. Ауыл ҡатын-ҡыҙы—ул үҙе бер төпһөҙ хазина, бәрәкәт, рух байлығы, ауылдың ҡото улар. Форумға Таһир ауылының бар яҡлап булдыҡлы, алдынғы ҡарашлы ҡатын-ҡыҙҙары йыйылды. Йылы мөхиттә барған был форумда ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының тормошона иғтибар йүнәлтеү, балалар тәрбиәләүҙә, интернет һәм заман технологияларына ярашлы итеп йәшәүҙә кәңәшле булыу, боронғо ғөрөф-ғәҙҙәттәргә таянып бала тәрбиәләү кеүек мәсьәләләр ҡаралды. Темәс ауыл хакимиәте башлығы Айгөл Ғүмәр ҡыҙы Байрамғолова сараны үткәреү бик урынлы һәм кәрәкле тип баҫым яһап үтте. Күп йылдар ауыл ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын етәкләгән , медицина хеҙмәте ветераны Рәмилә Зәйнулла ҡыҙының сығышы ауыл ҡатын-ҡыҙҙары тормошо, үткәне һәм киләсәгенә ҡоролдо. Абруйлы уҡытыусы, мәктәп директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлнур Хажмөхәмәт ҡыҙы ҡатын-ҡыҙ -әсәнең йәмғиәттә, мәктәптә тәрбиәүи мәсьәләләрҙең хәл итеү кәрәклеген билдәләп үтте.
Ғумерен кескәй балалар тәрбиәләүгә бағышлаған юғары белемле педагог, балалар баҡсаһында логопед булып эшләгән Альбина Морат ҡыҙы балаларҙың тел үҫеше, аралашыу, телефон, интернет менән бәйле сетерекле темаға һөйләп урынлы кәңәштәр бирҙе. Сығыш яһаған һәр кем ауыл ҡатын-ҡыҙының тормошо ни тиклем яуаплы, тығыҙ икәнлеген әйтеп үтте. Был ысынында ла шулай, хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙы ул машина йөрөтөүсе лә, баҡса үҫтереүсе, заманына ярашлы һөнәрҙәрҙе үҙләштереүсе, яңы эштәр асыусы эшлекле ханымдар. Күп ғаиләләрҙә атай кеше вахта ысулы менән эшләй һәм, әлбиттә, донъя йөгөн һөйрәү ҙә, балалар үҫтереүҙә ҡатын ҡыҙҙар-әсәйҙәр иңенә төшә.
Ауыл тормошоноң бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәте лә улар иңендә һәм заман ҡатыны заман менән бергә атлай, үҫешә. Эшлекле ханым Нурия Эдуард ҡыҙы еңел булмаған ауыл тормошонда нисек яңы эштәр асыу, ауыл халҡы ихтыяждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндереү, үҙ эшеңде булдырыу тураһында һөйләне. Балаларын дини йолалар менән тәрбиәләүсе ауыл китапханасыһы Йондоҙ Тәфтизан ҡыҙы динле ғаиләләрҙә иманлы балалар үҫеүен билдәләп үтте. Сараға килеүселәр Ауыл ағинәйҙәренең бала бишектә сағында булғанда үтәлгән ғөрөф-ғәҙәттарҙе күрһәтте. Бала тыуғас та йүргәк исеме ҡушыу, тәү сәсен алыу, балаға ғүмер теләп еп таратыу, тәпәй атлатыу кеүек боронғо йолаларҙы күрһәтте. Форумға ауылдың уңған, оҫта ҡуллы ҡатындары Биктимерова Мәликә апай, Хәбибуллина Айһылыу Рысҡужа ҡыҙы, Хажиева Рәсимә Сәғит ҡыҙы ҡул эштәре күргәҙмәһе лә ҡуйҙы. Вәсилә Сәфиулла ҡыҙы Балхина кәрзин, кашпо үреү серҙәренә өйрәтте. Сараны Байраҡаевтар нәҫеленең ҡатын-ҡыҙҙары сыбыртҡы,Ҡотләхмәтовтар нәҫеле ҡатын-ҡыззары балсыҡ баҫыу бейеүҙәре менән биҙәне. Һәр башланғысты хуплап күтәреп алыусы, ярҙам итеүсе ауыл старостаһы, ауылыбыҙҙың фельдшеры ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына изге теләктәр еткереп, артабан дә уңыштар теләне. Форумда ҡатнашыусылар, саҡырылған ҡунаҡтар Темәс ауыл китапханасыһы Миңзәлә Рәсүл ҡыҙы,Темәс мәҙәниәт йорто директоры Айгөл Урал ҡыҙы, Билал ауыл китапханасыһы Райхана Эдуард ҡыҙы, Билал ауыл мәҙәниәт йорто директоры Юлиә Тәлғәт ҡыҙы ла матур тьәҫораттар менән ҡайтты.
Сара алдынан интернет селтәрендә «Тәҙрә төбөм еҫле гөл» исемле конкурс иғлан ителде. Матур гөлдәр үҫтереүсе ханымдар гөлдәр фонында фото төшөп ебәрҙеләр һәм бөтәһе лә еңеүгә лайыҡ булды. Афарин, уңғанбикәләр! Ауыл хат ташыусыһы Ләйсән Миҙәхәт ҡыҙы сара ла милли баҫмаларға икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу ҙа алып барҙы. Сара ҡаҙанда бешкән былау һәм тәмле урам сәйе менән тамамланды. Гүзәл заттарҙың бәҫен күтәреү,ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы тергеҙеү,киләсәк быуынға еткереү йәһәтенән үткәрелгән был сара маҡсатына ирешкәндер тип уйлайым.
Айһылыу Әлибаева,Таһир ауылы клубы мөдире.