Төбәк һулышы
14 Апрель , 05:55

Буласаҡ шахта эшселәре

Носов исемендәге Магнитогорск техник университеты студенттары уҡыу-танышыу практикаһы сиктәрендә шахтала булып, ундағы эштәр менән яҡындан танышты. Етәкселек уларҙы түләүле практиға һәм эшкә саҡырҙы.

Буласаҡ шахта эшселәреБуласаҡ шахта эшселәре
Буласаҡ шахта эшселәре

Носов исемендәге Магнитогорск техник университеты студенттары уҡыу-танышыу практикаһы сиктәрендә Октябрьск ер аҫты руднигында һәм Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының байыҡтырыу фабрикаһында булды. Буласаҡ тау эшселәре производствоны эстән күрҙе. Көндө улар мотлаҡ процедураларҙан башланы: медицина тикшереүе, хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж, махсус кейем, шахта фонарҙары, бөтә кәрәкле шәхси һаҡланыу саралары алыу. Бынан һуң экскурсанттар автобуста «Көньяҡ» стволына юлланды, унда бөгөн комбинат төп мәғдән сығарыу менән шөғөлләнә. Шахтала студенттарға мәғдән сығарыу, уны мәғдән ихатаһына тиклем ташыу һәм өҫкә күтәреү нисек бара икәнен асыҡ күрһәтәләр һәм һөйләйҙәр. Егеттәр үҙ күҙҙәре менән проходчиктарҙың, крепильщиктарҙың, электровоз машинистарының, шахта юлы үтеү һәм ер аҫты руднигының башҡа белгестәренең эшен күрә алды. Артабан экскурсия байыҡтырыу фабрикаһында дауам итә, унда буласаҡ тау эшселәре мәғдән ҡабул итеү, ваҡлау һәм артабан эшкәртеү процесы менән таныша. Уларға әҙер продкуция—баҡыр һәм цинк концентраттары алыуға көс һалыусы ваҡлаусыларҙың, реагенттар менән эшләүселәрҙең, тирмән машинистарының, флотаторҙарҙың һәм башҡа һөнәрҙәрҙең эшен күрһәтәләр. Студенттар әйтеүенсә, экскурсия мауыҡтырғыс ҡына түгел, ә бик файҙалы ла була.

—Әгәр элек мәғдән сығарыу һәм эшкәртеү тураһында теоретик күҙаллауҙар ғына булһа, хәҙер шахтала ла, фабрикала ла бөтә процестарҙы яҡшыраҡ аңлай башланыҡ. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! Барыһы ла шәп булды. Һәм, әлбиттә, рудникта тәмле һәм туҡлыҡлы төшкө аш өсөн айырым рәхмәт, – ти егеттәр.

 Экскурсияны тамамлап, комбинат вәкилдәре студенттарға предприятиела эшләү шарттары, тау-байыҡтырыу комбинатында ғәмәлдә булған киң социаль программалар, түләүле производство практикаһын үтеү мөмкинлектәре тураһында һөйләне.

Буласаҡ белгестәрҙе уҡыуҙан һуң комбинатҡа килергә саҡырҙылар. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты йәш квалификациялы кадрҙар менән ҡыҙыҡһына һәм был йәһәттән профилле уҡыу йорттары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Бындай экскурсиялар студенттарға раныҡ производствоны күрергә, һөнәрҙең үҙенсәлектәрен аңларға һәм предприятиела эшләү файҙаһына аңлы һайлау яһарға ярҙам итә.

Буласаҡ шахта эшселәре
Буласаҡ шахта эшселәре
Буласаҡ шахта эшселәре
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас