АТАЙСАЛ
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
30 Март , 03:20

Ҡар һыуҙары шифа тиҙәр...

Хәйбулла районы Үрнәк ауылы ағинәйҙәре ҡар һыуына барған.

Ҡар һыуҙары шифа тиҙәр...Ҡар һыуҙары шифа тиҙәр...
Ҡар һыуҙары шифа тиҙәр...

—Борон-борондан беҙҙең ырыу башҡорттары араһында тауға ҡар һыуына барыу йолаһы булған. Һыуға март аҙаҡтарында, апрель баштары, бурандар тынып, ҡар ирей башлағас барғандар. Аят уҡып, изге теләктәрен теләп, һынамыштар, йомаҡ, йырҙар йырлап, бейеп  күңел асҡандар, ағастарға суҡтар бәйләү, алып ҡайтҡан һыуҙан сәй эсеүе үҙе бер йола булған. Бына шулай матур яҙ көн беҙ, ағинәйҙәр, ҡар һыуына барҙыҡ, доғалар уҡып, илдәргә тыныслыҡ теләп, Алла бойорһа киләһе йылына күрергә насип булһын тип, ҡар һыуынан тәмле сәйҙәр эсеп таралыштыҡ,—тип яҙа Хәйбулла районы Үрнәк ауылы ағинәйҙәре.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас