

Беҙ Матрай ауылына эш сәфәре менән барғанда әхирәттәр Бычкова Надежда Степановнаның өйөнә йыйылып, тәмле сәйҙәр эсеп, төрлө телдә йырлашып, серләшеп ултыра ине. Фатир хужабикәһе Надежда Степановнаны Матрайҙа барыһы ла хөрмәт итә. Башҡорт телен үҙ телендәй яҡшы белгән Надя инәй кешелекле, иғтибарлы, ярҙамсыл булыуы менән абруй ҡаҙанған. Ул йәш сағында МТМ-да иҫәпсе, кондитер цехында мөдир була. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Олоһо Александр мәрхүм, ҡалғандары Хәйбулла районында йәшәй.
—Элек Матрай ауылы гөрләп торҙо. Бында ике меңләп кеше йәшәй ине. Әле меңгә лә тулмай. Кондитер цехында печенье, кәнфиттәр етештерҙек, күрше райондарҙа һатылды. Халыҡҡа эш күп булды бында, шуға башҡа яҡтан күсеп килделәр. Төрлө милләт халҡы йәшәй Матрайҙа. Дуҫ-татыу булдыҡ. Беҙҙең балалар башҡортса белеп үҫте,—ти Надежда Степановна.
Уның һүҙен Башҡортостандың мәғариф отличнигы Бүләкбикә Сәмиғулла ҡыҙы Аҡҡусҡарова күтәреп алды.
—Надежда Степановнаның әсәһе Лиза апай башҡортса таҡмаҡ әйтеп ултыра торғайны ул. Улар ҡәйнәмдәргә күрше торҙо. Ҡәйнәм Надежда Степановны оло ҡыҙындай күрҙе. Өмәһенә килде, ярҙамлашты, балаларына туй үткәргәндә лә йүгереп йөрөнө. Иремдең туғандары уны әле лә оло апаһындай күрә,—ти оҙаҡ йылдар тәрбиәсе булып эшләгән Бүләкбикә Сәмиғулла ҡыҙы.
Бүләкбикә Аҡҡусҡарова ла Матрайҙа оло абруй яулаған ханым. Хаҡлы ялға балалар баҡсаһы мөдире вазифаһынан киткән мәғариф отличнигы ғаиләһе менән дә өлгөлө. Ире менән өс ул үҫтергәндәр. Өлкәне Илгиз Матрай мәктәбендә физкультуранан уҡыта. Илнуры юрист һөнәрен һайлаған, ул Ханты-Манси автономлы округында йәшәй. Кесеһе Данил Сорғотта нефть компанияһында эшләй. Өс улы ла ғаиләле. Бүләкбикә Сәмиғулла ҡыҙы 7 ейән-ейәнсәргә, 1 бүләгә өләсәй булыуы менән дә бәхетле.
Күптәрҙең яратҡан уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы Рәйсә Ғиниәт ҡыҙы Мелкоедова ғүмеренең 40 йылын башланғыс класс уҡыусыларына белем биреүгә арнаған. Ата-әсәләр нәҡ уның класына балаларын уҡырға бирергә атлығып торған. Бөгөн иһә барыһының да ихтирамын тойоп, рәхмәттәрен ишетеп, абруйлы ағинәй булып ғүмер кисерә. Үҙе 75 йәшкә етһә лә оло әсәһен ҡараған Рәйсә Ғиниәт ҡыҙы ауыл тормошо менән ҡайнап йәшәй. Һүҙе үтемле, кәңәштәре тос булған ағинәйҙе һәр сараға саҡыралар. Әйткәндәй, Рәйсә ханым—Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғиниәт Насыровтың ҡыҙы, Йылайыр районы хакимиәтенең бөгөнгө башлығы Борис Николаевичтың әсәһе. Уның 4 ейән-ейәнсәре бар.
Әхирәттәрҙең дүртенсеһе—татар ҡыҙы. Светлана Баязит ҡыҙы Сәйфуллина хаҡлы ялға сыҡҡансы медицина өлкәһендә, балалар приютында эшләй. Намыҫлы хеҙмәте Халыҡты социаль яҡлау хеҙмәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем менән баһаланған.
—Әнейем Ауырғазы районынан. Күҙ ауырыуҙары буйынса курс үтеп, уҡытыусы ағаһының артынан ошо яҡтарға килә. Әтейем Күгәрсен районынан, ул тракторсы булды. Әбделкәрим ауылында тыуғанмын. Миңә 2 йәш булғанда Яманһаҙға күскәндәр. Ғаиләлә өс бала үҫтек, әнейебеҙ иртә мәрхүмә булды. Мин Сибай медицина училищеһын тамамланым. 19 йәштә генә Матрай ауылы амбулаторияһында эш башланым. Бында бала табыу бүлеге лә булды. Элек бит ғаиләләрҙә балалар күп тыуҙы, кварталға 62-64 сабый булғандыр. Тирә-яҡтағы 19 ауылдан киләләр ине. Шулай, дауаханала лә, ҡарттар йортонда ла шәфҡәт туташы булдым. Ҡарттар йорто урынына балалар приюты асылды. Унда мөдир итеп ҡуйҙылар. Эш стажым 47 йыл,—ти Светлана ханым.
Матрай егете Марс Сәйфуллин менән ҡорған ғаиләләрендә Лилиә, Винер, Нәйлә исемле балалар үҫтереп, уларға белем биреп, туйҙар үткәреп, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп ғүмер итәләр.
Әхирәттәрҙең барыһының дә йәшлеге Матрайҙың гөрләп торған мәленә тура килгән. Шул осорҙо һағынып, һәр береһен иҫкә алып, ауылдың бөгөнгөһөн һәм киләсәген хәстәрләп йәшәй улар.
—Ауылда башҡорт, татар, рус, сы-уаш, мордва, украиндар бар. Үҙ-ара татыуҙар, бер-береһенең ғөрөф-ғәҙәтен ихтирам итәләр. Дини байрамдарҙа төрлө милләт балалары бергәләп әйнселәп йөрөй, ололар хәйер тарата. Донъялар тыныслығына, халыҡтар татыулығына бер ни етмәй! Бөгөн илебеҙ ауыр мәл кисерә. Беҙ мөмкин тиклем еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ. Яугирҙәргә ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнашабыҙ, маскировка селтәре үрәбеҙ,—ти улар.
Әйткәндәй, Матрай ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. Әхирәттәр һуңғы йылдарҙа халыҡтың айыҡ мәжлестәргә өҫтөнлөк биреүенә ҡыуана. «Ураҙа тотоусылар, мәсеткә йөрөүселәр йылдан-йыл күбәйә, ә өҫтәлдәрҙә—ҡымыҙ һәм буҙа. Шөкөр»,—ти улар.