Ауылда Халыҡтар берҙәмлеге йылы сиктәрендә барған эстафетаны ҡабул итеп Байраҡаевтар нәҫеле бик матур тамаша күрһәтте. Тарихи легенда булып һаҡланған Ғилмияза яҙмышын һүрәтләгән этюд менән башланы улар сығыштарын. Байраҡаевтар нәҫеле сараға бик етди әҙерләнгән. Тамашала йәше лә, ҡарты ла, ауылда төпләнгәне лә, ситтә йәшәгәне лә бер ғаилә булып сығыш яһаны.
Әйтергә кәрәк, Байраҡаевтар нәҫеле бик ҙур, ауылда ғына ла бер нисә тамырға тармаҡланған. Йомағужа ҡарттың вариҫтары хәҙерге көндә ауылдың бер өлөшөн тәшкил итә. Улар борондан һунарсылыҡ, йылҡысылыҡ, балыҡсылыҡ менән айырылып торған, әле лә был шөғөлдәргә хыянат итмәйҙәр. Йүнсел, эшһөйәр нәҫел күңел асырға ла ваҡыт таба. Мәшһур ҡурайсылары, бейеүселәре, йырсылары бар. Әлеге сарала Таһир һәм күрше ауылдар халҡына йөкмәткеле сығыштар тәҡдим итте. Һәр береһе талантлы булыуы менән һоҡландырҙы. Өфө фән һәм технологиялар университетында уҡыған, шул уҡ ваҡытта мәҙәниәт өлкәһендә ҡурайсы, үҙен оҫта ижадсы итеп танытып өлгөргән Вилдан Байраҡаев Таһир ауылын күтәрер, данлар шәхес булыр әле. Был концертты әҙерләп халыҡ алдына сығарыуға Байраҡаевтар нәҫеленең шәп, өлгөр, һәр яҡлап уңған килендәре күп көс һалды. Мәрйәм, Миңзәлә, Альбина, Гөлнара, Ләйсән булдыҡлы килендәр генә түгел, бик һәләтлеләр ҙә икән. Байракаев Рысҡужа, Айытбай, Бикйән, Шәрифйән, Насырьйән апаларҙың нәҫел тамырҙары бер ғаилә булып, матур сығыш яһаны. Быуындар бәйләнеп, олоһо ла, кесеһе лә берҙәй таланты менән әсир итте. Өфө ҡалаһынан килгән Байраҡаевтар кейәүе, йырсы һәм ҡурайсы,оркестр артисы ,ҡурай мәктәбе уҡытыусыһы Дәүләтбирҙин Вилдан Билал улы халыҡ күңелендә ифрат матур тойғолар ҡалдырҙы. Оҫта гармунсы булған ауыл кейәүе Әхмәт Кинйәбулатов концертты музыкаль яҡтан биҙәне. Морат һәм Айҙар Байраҡаевтар, Зифа Бикҡолова, Гөлкәй Байраҡаева, Илнара Мәжитова үҙҙәрен оҫта драма әртисе итеп тә танытты. Йондоҙ Тәфтизан ҡызы, Насырьян апа балалары Ғөбәйзә апай, ейәнсәре Ангелина бейеп, Йәнбулат Байраҡаев үҙенең шиғырҙарына яҙылған йырҙар йырлап ишеттерһә, Фәүзиә апай Бикбирҙина, Альбина Морат ҡыҙы моңло тауышы менән әсир итте. Зөбәржәт Уразбаева,Нурсилә Байраҡаева, Алтынай Байраҡаева, Гөлфиә Ғатауллина айырым бейеүҙәрҙе ҙур оҫталыҡ менән башҡарһа, Мәрйәм, Миңзәлә, Гөлнара, Ләйсән,Фәүзиә, Гөлкәй «Сыбыртҡы», «Бишбармаҡ» бейеүҙәре менән халыҡтың һөйөүен яуланы. Рысҡужевналар— Айһылыу,Гөлниса, Айгөл, Гөлнара,ҡыҙы Илнара Мәжитова йыр менән дә, бейеү менән дә сәхнә түрен йәмләне. Концертты Фирүзә Ҡотлоғужа ҡыҙы һәм Гөлкәй Радик ҡыҙы бик йәнле алып барҙы. Бик матур, дәррәү, татыу берҙәм булып сығыш яһаны Байраҡаевтар. Доньясыл, йүнсел, эшһөйәр халыҡ үҙҙәрен оҫта, талантлы әртистәр икәнен курһәтте. һәр ҡатнашыусыға ҙур рәхмәтемде белдерәм, ғаилә именлеге, бәрәкәтле оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйем! Эстафета Хәйбуллиндар араһына тапшырылды.
Таһир ауылы клубы мөдире Айһылыу Әлибаева.