Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
23 Март , 09:05

Ауылдың киләсәге—ишле ғаиләлә

Ауылдарҙа йәш ғаиләләрҙең төпләнеп ҡалыуы, күркәм йорттар төҙөп, ишле балалар үҫтереүе матур күренеш. Шундай йәш ғаиләләрҙең береһен Баймаҡ районы Билал ауылына командировкаға барғанда осраттыҡ.

Ауылдың киләсәге—ишле ғаиләлә
Ауылдың киләсәге—ишле ғаиләлә

Рәхимә һәм Айҙар Хамматовтар үҙ көстәре менән хан һарайындай ике ҡатлы күркәм йорт төҙөп сыҡҡан. Тормоштарын йәмләп Ислам, Булат, Самира һәм Йәмилә исемле балалары үҫә. Йорт хужаһы эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, уларҙың Билал, Күгиҙел ауылдарында һәм Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа магазиндары бар. Барыһы ла Айҙарҙың әсәһе Әлфинур Барый ҡыҙының башланғысы менән барлыҡҡа килә һәм улы тарафынан лайыҡлы дауам ителә.
Әйткәндәй, Хамматовтар-ҙың танышыуҙары осраҡлы ғына була. Интернеттағы «Бәйләнештә» селтәрендә Айҙар бер ҡыҙҙың йылмайып торған фотоһүрәтенә юлыға һәм дуҫлыҡ тәҡдим итә. Ҡыҙ ни өсөндөр егетте дуҫлыҡҡа индермәй. Сығышы менән Хәйбулла районы Урыҫбай ауылынан булған Рәхимә был ваҡытта Сибай педагогия колледжында уҡый. Ә Айҙар ситтән тороп Сибай институтында белем алған була. Үҙ һүҙен һүҙ итергә өйрәнгән тәүәккәл егеткә педагогия училищеһы ятаҡханаһының юлын байтаҡ тапарға тура килә, яйлап ҡыҙҙың йөрәген яулай. 2013 йылда йәштәр гөрләтеп туй үткәрә.
—Йортто төҙөгән саҡта, күптәр нишләп ауылда ике ҡатлы йорт һалаһың, ана, ҡалаға күсегеҙ, тине. Ә минең ауылымда йәшәгем килде. Әсәйемә һәм ҡатыныма рәхмәтлемен, һәр башланғысымды хуплап, ярҙам итеп кенә торалар. Балаларға Өфөнән фатир алдыҡ. Һатыу нөктәләре бер ауылда булмағас, һәр көн тиерлек юлдамын. Тауарҙы «Газель» йөк машинаһы менән үҙем Екатеринбург, Магнитогорск, Силәбе ҡалаларынан ташыйым, шуға күрә йорт мәшәҡәттәре, балаларҙы ҡарау күберәк Рәхимәнең иңенә төшә. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп донъя көтәбеҙ,–ти йорт хужаһы.
Булдыҡлы кеше бар яҡлап булдыра тигәндәре лә хаҡтыр. Йүнселдәрҙең күбеһе бер йүнәлештә генә үҙ эшен асмай, был тәңгәлдә Айҙар Хамматов та күптәргә өлгө булып тора. Эшҡыуар йәнә халыҡҡа һыу быраулау, ҡоҙоҡ ҡаҙыу менән дә шөғөлләнә. Һыу быраулау ҡоролмаһы булған машина һатып алған. Миҙгелле шөғөл булһа ла, табышлы. Ауыл ерендә йәшәүселәрҙең күбеһе йорттарына һыу индерә һәм шунлыҡтан был хеҙмәткә һорау ҙур.
Декрет ялына тиклем
йорт хужабикәһе мәктәптә башланғыс кластар уҡытыу-сыһы булып эшләгән, буш саҡтарында тәмлекәстәр бе-шерергә ярата, һораусылар булһа, уларҙың да теләктәрен үтәргә тырыша. Бына шулай: бер уңғанға–бер уңған тигән ваҡытта тап килгән Хамматовтар. Шуға күрә тормоштары ла матур, етеш. Бер-береһенә ҡарап йылмайып: «Ауылда йәшәргә була, тик ҡояш менән бергә тороп, ҡараңғы төшкәнсе эшләргә кәрәк. Йоҡо яратһаң, ауыл һинеке түгел»,–ти улар.
Балаларын бар яҡлап үҫтерергә, һәләттәрен асырға тырышалар. Малайҙар спортты үҙ итеп үҫһә, ҡыҙҙары Самира бейергә ярата. Һигеҙ айлыҡ Йәмилә лә апаһынан күреп, әле үк талпынып ҡуя, ҙурайһа мотлаҡ бейеүсе булыр. Беҙ барғанда Самира балалар баҡсаһынан ҡайтып өлгөрмәне, шуға фотола ул юҡ.
Бына шундай тырыш һәм уңған йәш ғаилә йәшәй Билал ауылында. Тап улар кеүек йәштәр булғанда, ауылдың бөгөнгөһө лә, киләсәге лә бар. Тормош дилбегәһе ышаныслы ҡулдарҙа икәнлегенә үҙебеҙ ҙә ныҡлы инандыҡ.

Автор: Кәримә Усманова
Читайте нас