Яйыҡбайҙарҙың ҡарттар йортона барып, унда йәшәүселәрҙең хәл-торошон белеүе матур йолаға әүерелгән. Былтыр улар күмәкләшеп Түбә ҡасабаһындағы йортта булған ине.
Аҡморон ауылындағы ҡарттар йортонда йәшәүселәр ҡунаҡтарҙы ихлас кәйефтә ҡаршы ала. Әйтергә кәрәк, бында һәр кем таҙа, яҡты, иркен бүлмәләрҙә йәшәй. Әммә ниндәй генә хан һарайы булмаһын, уны тыуған йорт, тыуған тупраҡ йылыһы алыштыра алмай.
Осрашып, үҙ-ара сәләм бирешкәндән һуң, ҡарттар өсөн бай концерт программаһы күрһәтелде. Йөрәктәргә үтеп инерлек йыр-моңдар, гармун тауыштары, әлбиттә, ололарға тәьҫир итмәйенсә ҡалманы, уларҙың күңелдәре моң-һағышҡа, күҙҙәре йәшкә сыланды.
Концерттан һуң Ағинәйҙәр ололарға үҙҙәре бешереп алып килгән йорт ризыҡтарын, бүләктәрен таратып сыҡты. Ҡарттарҙың бүләктәргә нисек сабыйҙарса шатланыуын, күҙ йәштәре аша рәхмәт әйтеүҙәрен бер нисек тә яҙып аңлатып булмай.
Әйтергә кәрәк, ҡарттар йорто директоры Гөлнур Әсҡәт ҡыҙы Артыҡаева, бүлек мөдире Юрий Николаевич Туленковтар ололарға өй мөхитен булдырыу, тәмле ашатыу, таҙалыҡ һәм тәртип булдырыу өсөн бар көсөн һала.
Был сәфәр күңелдәрҙә аңлатып бөтмәҫлек тәьҫораттар уятты: ҡайтыр юлға сыҡҡанда һәр кем берсә ҡарттарҙың һағыш тулы күҙҙәрен хәтергә төшөрҙө, берсә уларҙың аяныслы яҙмышының сәбәптәрен аңларға тырышты. Әммә шуныһы мәғлүм булды- изге эштәр бары тик Рамаҙан айы менән генә сикләнергә тейеш түгел. Һәм тағы ла- ҡарттар йортондағы хәл ҡабатланмаһын өсөн беҙ балаларыбыҙҙы иманлы, тәүфиҡлы һәм игелекле итеп үҫтерергә тейешбеҙ. Был йортта булыу беҙгә ошо хәҡиҡәтте аңлауға ҙур этәргес булды.
Хәсәнова Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙы, Түбәнге Яйыҡбай Ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе