Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
17 Март , 11:50

Сәмләнеп уйнаныҡ!

Рәхәтләнеп, донъяны онотоп, ихлас күңелдән көлөштөк, ял иттек.

Сәмләнеп уйнаныҡ!
Сәмләнеп уйнаныҡ!

  Оҙон ялҡытҡыс ҡыш үтеп, яҙҙың тәүге билдәләре—ҡыйыҡтан тамсылар тыпылдап тамған саҡта Баймаҡ районының Билал ауылы китапханасыһы Р.Э.Булатованың интернет селтәренә ят, ҡыҙыҡлы, интеллектуаль «Әлләсе» уйынына саҡырып иғлан ҡуйҙы. Минуты менән тиҙ генә бер нисә ҡыҙҙы йәүкәләп,  «әйҙә, ҡатнашайыҡтар» тип яҙып та ебәрҙем. Ә үҙем был уйын тураһында бөтөнләй бер ниндәй ҙә мәғлүмәт белмәйем, күргәнем дә юҡ, тик күрше Күгиҙел ауылында былтырҙан үткәргәндәре тураһында ғына хәбәрҙармын. Баҡтиһәң, «Тамыр» каналында был уйынды бик яратып уйнайҙар икән дә!

Тәғәйенләнгән көндә ауыл китапханаһына өс командалыҡ ҡатын-ҡыҙҙар йыйылып, исем, девиз, йыр һайлап та ҡуйҙыҡ. Уйынды алып барыусы, ауыл китапханасыһы Райхана Эдуард ҡыҙы: «Һуңғы йылдарҙа башҡорт теленә иғтибар артты. Уҡыу залында ойошторолған төрлө һүҙлектәр, китаптар, интерактив ҡулланмалар күргәҙмәһе ошо маҡсаттан сығып эшләнде лә инде. Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында төрлө проекттар тормошҡа ашырыла. Иң популяр һәм эффектлыһы булып ошо «Әлләсе» ҡулланмаһы һанала. Унда меңдән ашыу саф башҡорт һүҙҙәре тупланған. Тапҡырлыҡ, сослоҡ, етеҙлек кеүек сифаттарҙан тыш фекерләү ҡеүәһен дә үҫтерә, һүҙлек запасын арттыра, телмәрҙе лә байыта. Ғәҙәттә беҙ икеләнгән саҡта, ҡыйыуһыҙ ғына «әлләсе» тибеҙ, шулай уҡ ул-был һорауға ла яуап бирә алмаһаҡ та, ошо һүҙҙе ҡулланабыҙ. Ә бына уйында тап ошо һүҙҙе әйтергә ярамай һәм яуап биргәндә, командалағы иптәштәреңә аңлатҡанда, тамырҙаш һүҙҙәрҙе ҡулланыу тыйыла»,—тип һөйләне уйын ҡағиҙәләре, уның шарттары менән таныштырғанда. Уҙған йылдың май айында Өфөлә, Баймаҡ-Әбйәлил районы командаһында, тап ошо уйында китапханасыбыҙға ҡатнашырға һәм еңеп ҡайтырға насип була ла инде. Был уйын шул тиклем оҡшай, дәрт-дарман алып, ауылдаштарыма ла уйнатырмын әле тигән уй-ниәт менән ҡанатланып ҡайта. Дөрөҫ, китапхана дәрестәрендә беҙҙең башланғыс кластар уҡыусыларына ла, тотошлайы менән булмаһа ла, ҡайһы бер элементтарын индереп таныштырғайны ул.

Уйын бик ҡыҙыу барҙы. Башҡорт халҡының көнкүреш әйберҙәре, боронғо һауыт-һаба, ер-һыу атамалары, өҫ һәм аяҡ кейемдәре, йәки төрлө өлкәгә ҡағылышлы, бөтөнләй ишетелмәгән, ят һүҙҙәрҙең исем-атамаһын ым-ишара, хәрәкәт, тамырҙаш һүҙҙе ҡулланмайынса ғына, бейеп тә, көйләп тә, таҡтаға һүрәтен эшләп тә аңлатыу бик күп көс, тапҡырлыҡ, сослоҡ, тиҙлек талап итте. Ғөмүмән, башты эшләтер кәрәк бында, шунһыҙ еңеү мөмкин дә түгел. Ҡомар, сәм уяна бында! Рәхәтләнеп, донъяны онотоп, ихлас күңелдән көлөштөк, ял иттек беҙ ҙә. Ныҡ оҡшаны уйын, бөтмәҫ дәрт, энергия алдыҡ үҙебеҙгә. Иң күп 40 мәрәй йыйыуға өлгәшкән «Тамсылар» (уҡытыусылар командаһынан) аҙға ғына ҡалышҡан ауыл хакимиәтендә эшләүсе ҡыҙҙарҙың «Яҙ», ауыл ҡыҙҙарының «Һары сәскә» командаһы ла еңеүсе булғандыр был көндә! Беҙҙе ошондай матур сараға саҡырып дәртле уйынды үткәреүсе  китапханасы Райхана Эдуард ҡыҙына ҙур рәхмәтлебеҙ һәм ошонда ғына туҡталып ҡалмайынса, бигерәк тә, был эшкә мәктәп уҡыусыларын да йәлеп итһә ине тигән өмөттәбеҙ, юғиһә, беребеҙгә лә сер түгел, һуңғы йылдарҙа төпкөл башҡорт ауылдарында ла бала-сағалар урыҫлашып бара. Заманса технологиялар йәшәйешебеҙгә шул тиклем ныҡ инеп китте, балалар көнө буйына телевизор, телефондан айырыла алмай, саф һауала уйнағандар бик һирәк, ғаиләлә ата-әсәләр ҙә, өләсәй-олатайҙары ла улар ыңғайына урыҫса һүҙ ҡушалар, аралашалар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зимфира Фазылйән ҡыҙы менән дә ошо турала яңыраҡ борсолоп һөйләшеп алдыҡ.Мин үҙем башҡорт теле дәресендә ҡағиҙәләрҙе өйрәткәндә  йәйә эсенә руссаһын да яҙып ҡуям, йәнә шул уҡ теманы беҙ рус теле дәрестәрендә лә үтәбеҙ, улай уҡыусыларға аңлауы ҡулайыраҡ та. Ата-бабаларыбыҙҙың телен өйрәнеү, уны һаҡлау—беҙҙең һәр кемдең бурысы. Телебеҙ бөтмәһә, милләтебеҙ ҙә юғалмаясаҡ.

Илүзә ӘФЛӘТУНОВА, башланғыс кластар уҡытыусыһы.

Баймаҡ районы Билал ауылы.

Сәмләнеп уйнаныҡ!
Сәмләнеп уйнаныҡ!
Сәмләнеп уйнаныҡ!
Автор: Резеда Валиева
Читайте нас