Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
15 Март , 09:15

Кейеҙ серен вәзәмдәр генә белә

Ҡарағыҙ әле: ниндәй һоҡланғыс! Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылы уңғандары кейеҙҙән нимә генә эшләмәй!

Кейеҙ серен вәзәмдәр генә белә
Кейеҙ серен вәзәмдәр генә белә

--Бәләкәй Арыҫланғол ауылы мәҙәниәт йортонда шаулап Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә, Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналған брендлы кейеҙ байрамы уҙҙы. Һәр ғаиләгә йылылык өләшкән, һәр милләттә лә ҡиммәтле, һаҡлап ҡалынған кәсеп ул кейеҙ баҫыу. Бына инде 5 йыл ауыл клубында эшләп килгән кейеҙ баҫыу клубы "Серле кейеҙ" исемен йөрөтә һәм унда ошо серҙәргә өйрәнеү, матурлыҡ, йылылыҡ тыуҙырыу менән шөғөлләнә апай-килендәр, хатта ир-егеттәр. Бик боронғо кәсеп ошо көнгә тиклем һаҡланып килгән һәм хәҙерге көндә яңы һулыш ала. Тимәк, был кәсеп йәшәйәсәк әле. Үҙе экологик яҡтан саф, йылы, шифалы ла. Уның серҙәре бик күп ҡыҙыҡһынып тикшерһәң. Бына шундай серҙәргә өйрәнеү, күреү, һоҡланыу байрамы булыуы бөгөн шатлыҡ.
Оҫтабикәләрҙең ҡул эштәре күргәҙмәһе, кейеҙ тарихын өйрәнеү, йыр-бейеүҙәр, оҫталыҡ дәресе, кейеҙ менән яҡындан танышыу һәр кемдең күңеленә ятты. Күрше Әбеш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары, Алһыу Тәлғәт ҡыҙы етәкселегендә мәктәп уҡыусылары ла ҡыҙыҡһынып ҡатнашты был сарала. Һәр кем илһамланып, дәртләнеп, өйрәнеп шатланып ҡайтты. Ә Вәзәм ауылында кейеҙ баҫып ҡарамаған кеше ҡалмағандыр, һәр кем үҙенсәлекле итеп кәрәгенсә баҫып ала, һоҡлана һәм ҡыуана. Сөнки бер яҡтан һаулыҡты һаҡлаһа, икенсе яҡтан кеҫәне лә ҡалынайта,--тип яҙа ауыл клубы хеҙмәткәре Гөлназ Сурина.

Сарала кейеҙҙән быйма баштары, түбәтәй, ҡалпаҡ, муйынсаҡ, жилет, сумка, балаҫ һәм башҡаһынан күргәҙмә эшләгән, дефиле күрһәтелгән, оҫталыҡ дәресе үткән. Бар әйберҙәре лә иҫ киткес матур! Афарин!

Кейеҙ серен вәзәмдәр генә белә
Кейеҙ серен вәзәмдәр генә белә
Кейеҙ серен вәзәмдәр генә белә
Кейеҙ серен вәзәмдәр генә белә
Кейеҙ серен вәзәмдәр генә белә
Кейеҙ серен вәзәмдәр генә белә
Кейеҙ серен вәзәмдәр генә белә
Автор: Резеда Валиева
Читайте нас