Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрам саралары Баймаҡ районы Таһир ауылында бик юғары кимәлдә һәм ойошҡанлы үтте. 6 март көнө ауыл клубында Ҡоймаҡ байрамы үтте, оло инәйҙәр ифтарға йыйылып, ҡоймаклап сәй эсеп, матур тәҫьораттар менән таралышты.
7 март иһә “Ҡоҙалар, ҡоҙасалар йырлап күңел асалар” исемле тамаша менән Ҡотлоәхмәтовтар, Рауиловтар сығыш яһаны.
8 март көнө ауыл клубында ”ЙӘШЛЕГЕМ ЭҘЕ БУЙЛАП" исемле мини-спектакль күрһәтелде. Был миниспекталдең сценарий авторы--Айһылыу Әлибаева.
Ваҡиға 1995-1996 йылдарҙа “Һәүәнәк” совхозының Таһир бүлексәһендә бара. Спектаклдәге образдарҙы Байраҡаев Морат, Ҡунаҡбаев Ильяс, Рауилов Данил, Биктимеров Ғәлийән, Хоҙайғолов Иштуған, Ҡунаҡбаев Ғайсар оҫта башҡарҙы. Һауынсы ҡыҙҙар ролен Ғайсина Айгөл, Яҫыбаева Рима,Ҡунаҡҡилдина Мәрүәр, Әлибаева Айһылыу, Рауилова Лилиә ҙур кинәнес менән уйнаны. Спектаклде музыкаль яҡтан биҙәүсе оҫта гармунсы Ҡунаккилдин Ғәбдинурға оло рәхмәтемде белдерәм! Моңло тауышлы йырсы егетебеҙ Мөҙәрис Кулибаев спектакль барышын үҙенең матур йырҙары менән биҙәне. Роза (Ғайсина Айгөлдөң ҡыҙы) исемле йәш кенә ҡыҙыбыҙ бейеүҙәр бүләк итте. Һәүәҫкәр әртистәргә ҙур рәхмәтемде белдерәм, эшегеҙҙә уңыштар теләйем.
Ауылдың бер төркөм күркәм ҡатын-ҡыҙҙары ауыл клубына ифтарға йыйылды. Белеүебеҙсә, клуб бинаһындә элекке мәсет булған. Уға нигеҙ һалыусы Сәйәховтар нәҫеленә бағышлап аят доғалар уҡылды. МХО-ла һәләк булған батыр егеттәребеҙ рухтарына, илебеҙ тыныслығына ла аят бағышланды. Ауыҙ асҡас аҡшам намаҙы уҡылды. Хажиә Дилә Ҡунаҡҡилдина апай хаждан алып ҡайтҡан зәм-зәм һыуын тәмләтте. Яруллина Зөлфиә апай ҡорбан ите менән һыйланы. Һәр кем алып килгән күстәнәстәр менән ҡоймаҡлап сәй эсте.
Ғөмүмән, Таһир ауылы халҡы әүҙем, ихлас. Һәр береһенең ғаиләһенә именлек, теүәллек, эштәрендә уңыштар, балалар изгелеге теләйем! Тотҡан ураҙаларығыҙ ҡабул булһын!
Айһылыу Әлибаева, клуб мөдире.