Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
2 Март , 14:45

Ифтар берҙәмлеккә арналған

Ауыл клубында үткән ифтарға башҡа милләт, башҡа дин халҡын да саҡырғандар

Ифтар берҙәмлеккә арналған
Ифтар берҙәмлеккә арналған

Хәйбулла районы Өфө (Уфимка) ауыл мәҙәниәт йортонда ифтар мәжлесе бик үҙенсәлекле үткән.

 

—Бөгөн ауылыбыҙ клубында клуб һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған ифтар мәжлесе үтте. Изге Рамаҙан айында ойошторолған был сара дуҫлыҡ һәм берҙәмлек тантанаһына әүерелде. Быйылғы Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылы булыуын иҫәпкә алып, табыныбыҙға урыҫ милләтле ауылдаштарыбыҙ ҙа саҡырылды. Төрлө милләт вәкилдәренең бер табын артында һыйланыуы, бер-береһенә изге теләктәр еткереүе — беҙҙең күп милләтле халҡыбыҙҙың ҡаҡшамаҫ дуҫлығын тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Мәжлес барышында Өфө ауылының имам хәҙрәт Ханнан ағай Мөхәмәтйәров( ул үҙелә ошо клубта киномеханик булып эшләп, хаҡлы ялға сыға) ошо клубта төрлө дәүерҙәрҙә эшләп, баҡыйлыҡҡа күскән элекке мәҙәниәт һәм китапхана хеҙмәткәрҙәренә бағышлап аяттар уҡыны. Беҙ уларҙың ауылыбыҙ рухиәтен үҫтереүгә һалған хеҙмәттәрен һәр ваҡыт хәтерләйбеҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Урындары ожмахта булһын.Берҙәмлектә — көс! Был изге айҙа ҡылған доғаларыбыҙ, тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын. Хөрмәт итеп килгән бар ҡунаҡтарға һәм дә ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, табындарыбыҙ һәр ваҡыт шулай бай, дуҫлыҡ ептәребеҙ ныҡ булһын!—тип хәбәр итә Өфө ауылы халҡы.

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас