Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
25 Февраль , 14:15

Темәстә стела асылды

Темәс егеттәре МХО яугирҙәре хөрмәтенә стела булдырҙы.

Темәстә стела асылды
Темәстә стела асылды

24 февралдә Баймаҡ районы Темәс ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә арналған беренсе стела асыла. Тантанала МХО яугирҙәре, уларҙың яҡындары, саҡырылған ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы ҡатнаша. Патриотик сара Мәүлит Арыҫланов һәм Камил Фәйзуллин башҡарыуындағы "Урал" башҡорт халыҡ көйөнән башланды. Баймаҡ районы хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова, депутат Фәнүзә Йосопова һәм герой Николай Осиповтың әсәһе рәхмәт белдерҙе.

Стеланы ҡуйыу инициаторҙары булып МХО ветерандары Ассоциацияһы рәйесе Әсҡәт Йосопов етәкселегендәге Темәс яугирҙәре  тора.

Сарала Темәс сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Камил Фәйзуллин Артур Ғәҙелшиндың «Башҡортостан егеттәре» тигән патриотик йырын башҡарҙы, ә имам-хатиб Әғзәм Ғәзизов һәләк булған геройҙар рухына аят уҡыны.

Тантана бер минут тынлыҡ һәм һәйкәлгә сәскә һалыу менән тамамланды.

Темәстә стела асылды
Темәстә стела асылды
Темәстә стела асылды
Автор: Резеда Валиева
Читайте нас