Изге Рамаҙан уңайынан Хәйбулла районы Өфө ауылының «Ләйсән» магазинында яңынан «Саҙаҡа кәштәһе» булдырылды.
- Солтановтарҙың һатыу нөктәһендә мәрхәмәтлеккә урын булдырыу үҙе бер йолаға әйләнеп бара. Һәр ваҡыттағыса магазин һатыусыһы Алсу Рәсүл ҡыҙы «Саҙаҡа кәштәһе»нең әүҙем эшләүенә ҙур булышлыҡ итә.
Һәр кем хәйер иҫәбенән был кәштәгә аҙыҡ-түлек ҡалдыра ала, ә мохтаждар үҙҙәренә кәрәкле әйберҙе бушлай алып китә ала.
Ауылдың ағинәйҙәре башлаған изге эш быйыл да дауам итә. Быйылғы йылда МХО-ла булған егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам йыйыу өсөн айырым урын билдәләнде.
Әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерәбеҙ, изге айҙа ҡылған эштәрегеҙҙең сауаптары насип булһын!- ти өфөләр.
Сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәте