Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
17 Февраль , 14:15

Ҡарттарҙың хәлен белдек...

Бер-береһенә оҡшамаған 42 яҙмыш. Кемеһенеңдер балалары юҡ, ҡайһылары балаларына мәшәҡәт һалмайбыҙ, тип үҙҙәре теләп бында килгән. «Балаларҙың ваҡыттары юҡ беҙҙе ҡарарға, үҙҙәренең эштәре, проблемалары күп»,—тип ул-ҡыҙҙарына бер ҙә генә һүҙ тейҙергеләре килмәй уларҙың. Ҡайһы берәүҙәренең балалары килеп, атай йә әсәйҙәренең хәлдәрен белешеп, күстәнәстәрен килтереп тә тора, ә ҡайһы берәүҙәрҙең балалары бер тапҡыр ҙа килеп күренмәй икән

Ҡарттарҙың хәлен белдек...
Ҡарттарҙың хәлен белдек...

Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы китапханасыһы Зәлиә Уразбаева хәбәр итә:

 

—Кисә беҙ, Сыңғыҙ ауылының "Йәнтөйәк" фольклор ансамбле ағинәйҙәре, клуб, китапхана хеҙмәткәрҙәре менән берлектә, Аҡморон ауылында урынлашҡан ҡарттар йортонда булып ҡайттыҡ. Һуғым аштары, тәмлекәстәр бешереп алып барып, аяттар бағышлап, хәйерҙәр таратып, шиғырҙар, йырҙар, бейеүҙәр менән был йортта тәрбиәләнеүсе инәй-олатайҙарҙың күңелдәрен күтәрҙек.
Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиҙәр бит. Бында йыйылғандарҙың һәр береһенең үҙ яҙмышы. Бер-береһенә оҡшамаған 42 яҙмыш. Кемеһенеңдер балалары юҡ, ҡайһылары балаларына мәшәҡәт һалмайбыҙ, тип үҙҙәре үк бында килгән. «Балаларҙың ваҡыттары юҡ беҙҙе ҡарарға, үҙҙәренең эштәре, проблемалары күп», - тип ул-ҡыҙҙарына бер ҙә генә һүҙ тейҙергеләре килмәй уларҙың. Ҡайһы берҙәренең балалары килеп, атай йә әсәйҙәренең хәлдәрен белешеп, күстәнәстәрен килтереп тә тора, ә ҡайһы берәүҙәрҙең балалары бер тапҡыр ҙа килеп күренмәй икән????
"Йәшлек нисек тә үтә, ҡартлығың тыныс булһын", – тип ҡабатларға ярата өлкәндәр. Ысынлап та, йәш, һау саҡта хәл итә алмаҫтай мәсьәләләр юҡ. Ә бына ғүмер үтә бара, ҡасандыр анһат ҡына күренгән ваҡ-төйәк эште башҡарыу ҙа ҙур көс талап итә. Һуңғы йылдарҙа йәмғиәттә өлкән йәштәргә ҡараш та үҙгәрҙе. Йәштәрҙең күбеһе олоғайған ата-әсәһен, ҡайны-ҡәйнәһен ҡарауҙы үҙҙәренең бурысы итеп һанамай, был бигерәк аяныслы. Йәшлегебеҙ генә түгел, ҡартлығыбыҙ ҙа бәхеттә үтһен ине, тип теләйек. Был изге эштә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла Аллаһы Тәғәлә сауаптарын насип итһен????

Ҡарттарҙың хәлен белдек...
Ҡарттарҙың хәлен белдек...
Ҡарттарҙың хәлен белдек...
Автор: Резеда Валиева
Читайте нас