Ҙурлығы, төҙөклөгө, ниндәйҙер кимәлдә социаль инфраструктураһы менән һәммәһен үҙенә тартып, йәлеп итеп торған ауыл бөгөн тынып ҡалған, өйҙәр бушаған. Әйтеүҙәренсә, 90 өй буш тора. Эш юҡ тип йәштәрҙең
ауылда ҡалмауы мәктәптәге балалар һанын да ҡыҫҡартҡан: 57 генә уҡыусы. Әлбиттә, был тәңгәлдә халыҡты ла, урындағы власты ла ғәйепләп булмай. Ил кимәлендәге проблеманы хәл итеү өсөн күп көс һалыу талап ителә. Эйе, бөгөн «Ауыл табибы», «Ауыл тренеры» кеүек һәр төрлө программалар эшләй. Әммә бөтөнләй икенсе төрлө фекерләгән, донъяға башҡаса ҡарашлы йәштәрҙе уларға йәлеп итеү ауыр.
Эйе, заман башҡа—заң башҡа. Оло быуын менән әлеге быуын араһында айырма ер менән күк араһы. Хеҙмәт һәм идеология менән үҫкән быуын
рухи яҡтан көслөрәк тә, нығыраҡ та, ныҡышмалыраҡ та. Ауылда эшләп килгән ағинәйҙәр ойошмаһын ғына алайыҡ. Һәр бер ағзаһының ҡыҫҡаса биографияһы менән ҡыҙыҡһындым. Күбеһе ошо ауылда тыуған, ошо ауылға килен булып төшкән, ошонда эшләгән, хаҡлы ялға сыҡҡансы һәм бөгөн дә тыуған ауылының патриоты булып ҡалған.
—Ауылыбыҙ гөрләп торҙо. «Алға» колхозы—районда алдынғылар рә-тендә ине. Эшебеҙ ҙә, ашыбыҙ ҙа булды, ситкә китеүҙе уйламаныҡ та, сөнки эш бар ине. Күңелле йәшәнек, төрлө саралар уҙғарҙыҡ, концерттар ҡуйҙыҡ. Бөгөн күрше күршеһенә инмәй, ҡапҡалар бикләнде. Хатта балалар тышҡа сыҡмай. Беҙ ауыл клубында үҙ бүлмәбеҙҙе булдырҙыҡ. Унда ата-әсәйҙәрҙән, өләсәй-олатайҙарҙан ҡалған эш ҡоралдарын, көнкүреш әйберҙәрен туплағанбыҙ. Бер мәл балаларҙы йыйып шулар хаҡында һөйләнек. Урындыҡҡа төртөп: «Был нимә ул?»—тип һораһаҡ, тахта тиҙәр. Ә көйәнтәне «Удочка» тип ҡуйҙылар. Ябай нәмәләрҙе белмәүҙәре бер аптыратһа, русса һөйләшеүҙәре бөтөнләй ғәжәпләндерә. Ҡул бысҡыһын күрһәтеп һөйләгәйнек, утын бысып ҡарағылары килеп китте. Ҡыҙыҡһындырһаң, отоп алырға ғына торалар. Бары тик аралашырға, үҙ телебеҙҙе өйрәтергә, үткәнебеҙгә һәм бөгөнгөбөҙгә һөйөү уятырға ғына кәрәк,—ти инәйҙәр.
Эйе, бөгөнгө балаларҙың көйәнтәнең, бысҡының ни икәнен белмәүе ғәжәп тә түгел. Сөнки уларҙың инде кәрәге юҡ. Йорттарға һыу, газ үткән, тормош шарттары яҡшырған һәм еңелләшкән. Тик был «яҡшылыҡ» һәм «еңеллек» халҡыбыҙҙың үткәнен, туған телен онотоуға йоғонто яһарға, хеҙмәткә һөйөүҙе һүрелтергә тейеш түгел, ә ауылдарҙа нигеҙләнергә сәбәп булырға тейеш һымаҡ. Әммә йәштәр ауылда ҡалырға ынтылмай. Йәштәр балаһының киләсәген уйлап ситкә китә. Бында уларҙы ғәйепләп тә булмай. Ә бына ауыл киләсәген кем уйлар? Ҡасандыр уны йәшәткән, йәшнәткән ағинәй һәм аҡһаҡалдарға уфтанырға ғына ҡала...
Ағинәйҙәр инде олоғайып килһә лә, кемеһелер яңғыҙ ҡалһа ла ауыл эштәренә «хыянат» итмәй: һыйырын да һауалар, ағын эшкәртәләр, һарыҡ та аҫрайҙар, йөнөн иләп, ойоҡ та бәйләйҙәр, баҡса ла үҫтерәләр. Хеҙмәттә үҫкән быуын егәрлелеге менән айырылып тора һәм уларҙы йәштәргә өйрәтергә, бәхет нигеҙе хеҙмәттә булғанын үҙ ғәмәлдәрендә аңлатырға тырыша.
Юғалтыу һәм табыштар аша тормош һуҡмағынан лайыҡлы барған ағинәйҙәрҙең һәр береһенә туҡталып киткем килә.
Зәйтүнә апай Килмәкова күмәк балалы ғаиләлә үҫкән. 7-се класта уҡығанда атаһын юғалтҡан.
6 балалы әсәһенә терәк булып, мәктәпте бөткәс тә колхозда эш башлай. Китап уҡырға яратҡан ҡыҙ яйлап китапханасылар курсын бөтөп ала.
Ғүмеренең 5 йылын—һатыусылыҡҡа, 32 йылын китапханаға бағышлай. Тормош иптәше итеп ауылдашын һайлай. Тик, үкенескә ҡаршы, һөйгәне менән 9 йыл ғына йәшәп өлгөрә. Ике ҡыҙын яңғыҙы үҫтереп аяҡҡа баҫтыра. Гөлсинәһе Өфөлә йәшәй, мәғариф министрлығында эшләй. Әлфинә Мәскәүҙә тора. 2 ейәнгә, 1 ейәнсәргә өләсәй булған Зәйтүнә апай бөгөн хаҡлы ялда булһа ла тик ултырмай, тәмле икмәктәр, бәлештәр, пиццалар бешереп ауылдаштарын һөйөндөрә.
Гөлсирә Азаматова—күрше Буранбай ауылынан, Ҡотосовтар нәҫеленән. Хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда һыйыр һауа.
40 йыл иңгә-иң терәшеп йәшәгән ире Салауатты ла, берҙән-бер ҡыҙын да юғалтҡан. Бөтә аһ-зарын намаҙ менән баҫып, мәсеткә йөрөп күңеленә тыныслыҡ таба.Емеш-еләк йыйырға, гөл үҫтерергә ярата.
Мөнирә Хәсәнова—күрше Шүлкә ауылы ҡыҙы. Беренсе Этҡол ауылы мәктәбендә уҡый, унан Благовещенскиҙа бухгалтер һөнәрен үҙләштерә.
Баймаҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡта иҡтисадсы булып хеҙмәт юлын башлай. Алдынғы тракторсыларҙың береһе Юлай Хәсәнов менән ғаилә ҡорғас,
Беренсе Этҡол ауылында төпләнәләр. Быйыл уларҙың татыу ғүмер итеүенә 46-сы йыл киткән. Өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, икәүһе өйләнгән.
«Ун балаға ғүмер биреп, Герой-әсә булып данланған әсәйем һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған атайым беҙҙе хеҙмәт менән үҫтерҙе. Уларҙың тәрбиәһе менән тормоштан лайыҡлы атлайбыҙ. Мал да тотабыҙ, баҡса ла үҫтерәбеҙ. Шәл бәйләргә яратам»,—ти Мөнирә апай.
Көнһылыу Усманова ла тыуған ауылынан ситкә китмәгән. Ире Миңлеғәле менән өс балаға ғүмер бирәләр.
Сәүиә ҡыҙҙары Сибайҙа йәшәй. Халис улдары Чечня һуғышында һәләк булған. Ильястары бөгөн махсус хәрби операцияла.
«Диндәбеҙ, хажға ла барып ҡайттыҡ. Көнө-төнө илгә тыныслыҡ һорайбыҙ. Намаҙҙан һәм эштән айырылғаныбыҙ юҡ.
Малын да көтәбеҙ, баҡса ла үҫтерәбеҙ. 4 ейән-ейәнсәргә хәстәрлекле өләсәй, ҡартатай булырға тырышабыҙ»,—ти яугир әсәһе.
Ауылда ағинәйҙәр ойошмаһын 2019 йылда ойоштороп, уның менән етәкселек иткән Көнһылыу Азаматова ла үҙ ауылына тоғро ҡалған.
Тәүҙә Баймаҡта һатыусылар курсы үтеп, ауылда өс йыл сауҙала эшләй, унан 15 йыл мәктәптә секретарь, 5 йыл ауыл хакимиәтендә ер белгесе хеҙмәтен үтәй. Аҙаҡ үҙ магазинын асып, 12 йыл шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Был эшен балаларына тапшырғас, ваҡытын йәмғиәт эшенә бүлә башлай.«9-сы класта уҡығанда —әсәйемде, 10-сыла атайымды юғалттым. Һеңле-ҡустыларымды ҡараным. Ирем менән 45 йыл йәшәнек, үкенескә күрә,былтыр мәрхүм булды. Өс ул үҫтерҙек. Рөстәм улым физкультура уҡытыусыһы, Баймаҡта йәшәй. Айратым Сибайҙа тора, төҙөлөштә эшләй. Арсен иретеп-йәбештереүсе. 9 ейән-ейәнсәрем бар. Мал да, ҡош-ҡорт та, баҡса ла бар. Ауылда шунһыҙ йәшәп булмай, өйрәнгәнбеҙ. Тик ултырғы ла килмәй»,—ти Көнһылыу апай.
Гөлшат Мәхмүтова беҙ барған көндө килә алманы. Ул да ошо ауылдан ситкә китмәгән. Ғүмеренең 35 йылын урындағы дауаханаға бағышлаған, санитарка булып эшләгән. Иптәше Рәжәп менән бер ҡыҙ үҫтереп, уҡытып, кейәүгә биреп, бөгөн өс ейәндәренә һөйөнөп ғүмер кисерәләр.
«Кеше кешегә дуҫ, туған һәм иптәш» идеологияһы менән үҫкән инәйҙәр бөгөн дә кемгәлер кәрәк һәм терәк була алыуына, ярҙам итә алыуына һөйөнә. Тәүҙәрәк башлыса тәрбиәүи сараларға иғтибар бүлһәләр, бөгөн төп йүнәлеш—махсус хәрби операцияға ярҙам. Ағинәйҙәр ауылдың әүҙем кешеләре менән маскировка селтәре үреүгә йөрөй, материалдар хәстәрләй, халыҡтан аҡса йыя, яугирҙәргә кәрәк-яраҡ әҙерләй. Уларға ауылдың ир-егеттәр ҡоро ла ярҙамға килә. Шунһыҙ булмай ҙа. Ауыл биләмәһенән ике егет кенә өлөшләтә мобилизацияға эләкһә, үҙҙәре теләп ил һағына баҫыусылар бик күп. Шуға уларға ярҙам итеү—бөгөн көнүҙәк.
Йәнә ауылды нисек тә күркәмләтеү, йәмләндереү һәм йәнләндереү йәһәтенән уҙғарылған сараларҙа ҡатнашалар. «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ауылдаштарының әүҙемлек күрһәтеүен һорайҙар.
Проект конкурсты уңышлы үтһә, ағинәйҙәр бүлмәһе урынлашҡан ауыл мәҙәниәтенә яңы ҡыйыҡ була-саҡ. Ә «Сәләмәт ауыл» район конкурсында еңһәләр, аҡсалата бүләк алып, ниндәйҙер йүнәлештә ҡуллана алалар.
Дөйөм алғанда,ҡасандыр ауылдың гөрләп торғанына шаһит булған ҡыҙҙар-килендәр бөгөн тыуған төйәктәренә йән өрөргә, йәм бирергә, моң ҡайтарырға теләгән ағинәйҙәр булып, тормош юлынан лайыҡлы атлауын дауам итә.
Резеда Усманова.